Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Август 2018, 11:43

Ветеринарҙар династияһы

Бөгөн Рәсәйҙә Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ул сағыштырмаса йәш байрам - рәсми көнө 1914 йылда билдәләнгән. Айҙарәле ауылынан Дәүләтшиндар ғаиләһе өсөн (һүрәттә) был һөнәри байрам ғына түгел, ә ғаилә байрамы ла.

Елена һәм Илфат Дәүләтшиндар беҙҙең районға 30 йыл элек тирәһе йәш белгестәр сифатында килгән. Улар икеһе лә Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын тамамлаған. Шунда уҡ эшкә тотонғандар. Башта урындағы «Ключевые горы» колхозы малдарының сәләмәтлеге һағында торалар, артабан - Тәтер-Арыҫлан ветеринар участкаһында. Бөгөнгө көндә Илфат Әсхәт улы Айҙарәле ветеринария участкаһына мөдирлек итә, Елена Леонидовна шунда уҡ ветфельдшер булып эшләй. Халыҡтың шәхси хужалыҡтарындағы малдар ҙа уларҙың күҙәтеүе аҫтында. Прививкалар яһай, иҫәп алып бара, тәүлектең ниндәй ҙә ваҡытында саҡырыу буйынса дүрт аяҡлы пациенттарын дауаларға ашыға.

Дәүләтшиндар шәхси хужалыҡтарында күп мал-тыуар аҫрай. Оҙаҡ йылдар улар йылҡысылыҡ, башҡорт эсемлеге - ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Илфат Әсхәт улының тағы бер мауығыуы бар - ул Һабантуйға сабыш аттары әҙерләй. Һәм, әйтергә кәрәк, ул өйрәткән аттар сабыштарҙа күп тапҡыр ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған.

Дәүләтшиндар ауылдаштары, коллегалары араһында хөрмәтле ғаилә.

- Һөнәри оҫталыҡтары һөҙөмтәһендә үҙҙәренә ышанып тапшырылған ветучасткала имен эпизоотик хәл күҙәтелә. Елена һәм Илфат Дәүләтшиндар ветеринария хеҙмәте алдына ҡуйылған барлыҡ бурыстарҙы ваҡытында һәм уңышлы башҡара, - тип билдәләне район ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров.

Быйыл йәй ветеринарҙар династияһы тағы ла тулыланған. Аксен агросәнәғәт колледжын тамамлаған улдары Илнур район ветеринар станцияһында эш башлаған.Өлгөлө белгес эҙләп уға алыҫ барырға түгел, иң яҡшы үрнәк - мал яратҡан, үҙ һөнәренә тоғро ата-әсәһе.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: