Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
31 Август 2018, 11:54

Һәр йорт йылылыҡ менән тәьмин ителәсәк

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө СССР Юғары Советы бойороғо буйынса 1980 йылдан башлап билдәләнә. Ул Рәсәйҙә генә түгел, элекке СССР илдәрендә лә билдәләнә. Байрам сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһендә уҙғарыла, быйыл ул 2 сентябргә тура килә.

Беҙҙең районда байтаҡ йылдар дауамында Салауат ҡалаһы «Газпром газ бүлеү Өфө» филиалы Стәрлебаш комплекслы газ хеҙмәте социаль-әһәмиәтле эшмәкәрлеген уңышлы тормошҡа ашыра. Был берҙәм һәм эшкә һәләтле коллектив күп тапҡыр бүләкләнеп, ауылдарыбыҙҙы зәңгәр яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү буйынса һөҙөмтәле һәм сифатлы эштәре өсөн йыл һайын төрлө кимәлдә грамоталар менән бүләкләнә.

Райондың газ хеҙмәте үҫеп, хеҙмәтләндереүсе объекттар артыу сәбәпле йөкләмәләр күбәйеүгә ҡарамаҫтан, коллективта эшләүселәр һаны байтаҡ йылдар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡала. Мәҫәлән, ағымдағы йыл башынан 27 торлаҡ йортта беренсе тапҡыр газ тоташтырыу эштәре башҡарылған. Йәй газ хеҙмәткәрҙәре өсөн - көсөргәнешле осор. Эксплуатациялауҙан тыш, планлы-иҫкәртеү ремонт эштәре башҡарылған, газ хужалығын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү буйынса саралар үткәрелә. Күндерәк, Первомайский, Баҡый ауылдарында газ пункттарында (ПРГ) реконструкция үткәрелгән. 74 газ көйләү (ГРП), газ блоклы көйләү (ПГБ), шкафлы көйләү (ШРП) пункттарында ағымдағы ремонт яһалған, 11ндә - импульс линиялары монтажланған. 333 арматура һәм компенсатор техник хеҙмәтләндерелгән, 15 бик алмаштырылған. Ете газ ҡоҙоғон ябып, крандар ҡуйылған. Йөҙ километрҙан ашыу оҙонлоҡта ер аҫты газ үткәргестәре приборҙар менән тикшерелгән һ.б. Газсыларҙың терминдарын аңлыуы ла ауыр. Бер һүҙ менән әйткәндә, райондың газ селтәре һәм ҡулланыусыларҙың газ ҡоролмалары стәрлебаштарға уңайлы һәм хәүефһеҙ тормош тәьмин итеп, төҙөк булһын өсөн барыһы ла эшләнгән. Уларҙың эш көнө иртән иртүк башлана һәм төрлөсә дауам итеүе мөмкин. Айырыуса, авария-диспетчер бригадаһыныҡы. Мәшәҡәттәр һәр ваҡыт етерлек, ә көҙөн айырыуса. Әле газсылар ер аҫты газ үткәргестәрҙе ике ҡатлы йорттарға күсереү менән шөғөлләнә. Беҙ уларҙы тап шунда - Ленин урамында шәхси йылытыу системаһына күсеү барған урында фотоға төшөрҙөк (һүрәттә) .

Һөнәри байрамдары алдынан, гәзит уҡыусылар исеменән уларға ауыр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, ныҡлы сәләмәтлек, көс-дәрт һәм барлыҡ башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: