Бригадир Авазбәк Садиҡов уға:
- Әйҙә, егет, таныштыр үҙең менән, - ти.
Бик күп һөйләргә тура килмәй. Биографияһы ҡыҫҡа була. 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 8 класынан һуң Кумертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Физкультура уҡытыусыһы белгеслеге ала. Артабан армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә тренер булып эшкә урынлаша. Бер йылдан һуң йәйен Стәрлебашҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡан Наил Искәндәров менән күрешә. Ул уны: әйҙә, беҙгә кил, үкенмәҫһең, тип өгөтләй башлай.
Ғөбәйҙулла ике ай уйлай. Һәм барырға ҡарар итә. Ата-әсәһе - Барый ағай менән Маһинур апай, бер туғандары Рәфҡәт, Миҙхәт, Әсхәт һәм Әхмәт тә бындай ҡарарға үҙ фатихаһын бирә. Һәм ул Поляр аръяғына - оҙон юлға сыға.
- Беҙҙә бригадалар бик күп, - тип аңлатты Садиҡов уны тыңлағандан һуң. - Коллективта ун бер кеше. Барыһы ла ышаныслы хеҙмәткәр. Һин ун икенсеһе булаһың.
Шахтаға тәүге төшөү. Тәрәнлеге - 700 метрҙан ашыу. Ғөбәйҙулла ҡурҡмай. Сөнки йәнәшәһендә ер аҫтында эшләргә шахтаға мең тапҡыр төшкән хеҙмәттәштәре була. Әммә таш күмер сығарған шаҡтай ҙур участка уны таң ҡалдыра. Забойҙар әллә ҡайҙа тиклем һуҙылған.
Бына шулай башлана уның шахтер тормошо.
Ер аҫты ҡоролмалары машинисы була. Был ҡоролмалар тиҫтәләгән километрҙарға һуҙылған таҫма һәм һоҫҡоло транспортерҙарҙы хеҙмәтләндерә.
Өс йылдан һуң ер ҡаҙыу машиналары машинисы белгеслеге ала. Ябай телдә әйткәндә, шахтала комбайнсы була. Алда ҡаҙып үтеүселәр бригадаһы бара, улар лаваларҙы киҫә. Артабан күмерҙе өҫкә сығарыусылар йөрөй. Эш фронты шаҡтай ҙур була.
Ул бер нисә йыл дөйөм ятаҡта йәшәй. Бер ваҡыт шахтерҙарҙың береһе уға:
- Әйҙә мин һине яҡташың менән таныштырам. Бик һәйбәт, уңған ҡыҙ, - ти.
- Кем ул? - тип ғәжәпләнә Ғөбәйҙулла.
Сәбәбе лә табыла - шул уҡ шахтерҙың тыуған көнө була.
Шулай итеп Ғөбәйҙулла Әлфинур менән таныша ла.
Быға тиклем ул ата-әсәһе менән Стәрлебаш районының Күндерәк ауылында йәшәй. Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлай. Себергә ул бер туғанына ҡунаҡҡа бара ла шунда ҡала. Шәфҡәт туташы булып эшләй башлай.
Осрашып йөрөйҙәр. Һуңынан улар яҙмыштарын бәйләргә ҡарар итә. Йәштәргә фатир бирәләр. Улдары Руслан тыуа.
Шахтер эше - иң ауыр һәм хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Смена (үҙгәреүсе график буйынса) алты сәғәт дауам итә. Тонсоу, туҙан араһында, ер аҫтында көслө тауышта ошо сәғәттәрҙе үткәреү ни тиклем ауыр булыуы тураһында әйтеп торорға кәрәкме икән? Эш ваҡытында өйҙән килтергән ризыҡ менән тиҙ арала тамаҡ ялғап алаһың. Әгәр шахтаға тиклем барыу, унда төшөү, әҙерләнеү, ҡабаттан күтәрелеү ваҡытын иҫәпләһәң - дөйөм алғанда 11 сәғәт тирәһе була. Бынан тыш һәйбәт эш һөҙөмтәһенә лә ирешергә кәрәк. Смена нормаһын башҡарһаң бик яҡшы, был маҡтауға лайыҡ. Ә Ғөбәйҙулла һәр ваҡыт бер ярым йәки, хатта, ике тапҡырға норманы арттырып үтәй. Ул үҙе лә быға ғәжәпләнә.
Ғөбәйҙулланан һәм Наил Искәндәровтан тыш, «Воркутауголь» берләшмәһендә тағы ла бер нисә стәрлебашлы: Фәнил Ғәлиев, Хәлил Ғүмәров, Рәфис Мөхәмәтйәнов, Мәхмүт Кәримов, Хәмит Мөхәмәтйәров, Рөстәм Ғәзизов эшләй. Күрешкән ваҡыттарында ихлас һөйләшеп, тыуған яҡтарын хәтерләп алалар. Әйткәндәй, улар барыһы ла лайыҡлы эшләй, үҙ коллективтарында хөрмәтле кешеләр, юғары ведомство наградалары менән бүләкләнә.
Ә хәҙер был эштең хәүефле яҡтары тураһында. Шахтала эшләгән ваҡытта артабан нимә булырын бер кем дә әйтә алмай, мәҫәлән, шул уҡ сәғәтендә һәм, хатта, минутында уҡ. Бер нисә йөҙ метр ер аҫтында булғандарҙың береһе лә был турала уйлап та бирмәй. Ныҡлы рухлы булырға кәрәк, башҡаса мөмкин түгел. Эшкә баш-көллө сумаһың. Янғындар ҙа, ишелеүҙәр ҙә була. Шул ваҡытта йөрәк әрней, әммә быны ла лайыҡлы үткәрә беләләр.
Бер ваҡыт 2003 йылдың йәйендә уны шахта директоры саҡырта. Әхмәҙиев тыйнаҡ ҡына уның кабинетына инә. Етәксе уға ҡала гәзитен һуҙа.
Ә унда Рәсәй Президенты В.Путиндың Бойороғо баҫылған була, унда күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте һәм күмер сәнәғәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Ғөбәйҙулла Барый улы Әхмәҙиевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтеры» тигән исем бирелеүе тураһында яҙыла.
Директор уның ҡулын ҡыҫа һәм:
Һуңынан коллективта ла йылы ҡотлайҙар.
Ул йылда Воркута ҡалаһының 60 йыллығы билдәләнә. Шул уңайҙан Мәскәүҙән бында Рәсәй Дәүләт Думаһының элекке Рәйесе Б.Грызлов килә. Ул тантаналы рәүештә Әхмәҙиевҡа был исем тураһында таныҡлыҡ һәм тейешле матур билдә тапшыра. Быға тиклем Ғөбәйҙулла Барый улы I, II һәм III дәрәжә «Шахтер даны» миҙалына эйә була, әйткәндәй, ошо юғары награданың тулы кавалеры ул.
Уның шулай уҡ илдең почетлы доноры таныҡлығы ла бар. Алтмыштан ашыу тапҡыр сирлеләр өсөн ҡан тапшыра.
Шахтерҙарға уларҙың хеҙмәт стажын иҫәпләгәндә ауыр хеҙмәт шарттарына бәйле льготалар ҡаралған. Әммә Ғөбәйҙулла Барый улы хаҡлы ялға сыҡҡас та шахтала тағы ун йыл эшләй. Һуңынан ирле-ҡатынлы тыуған яҡтарына күсенеп ҡайтырға ҡарар итә. Әлфинур Әнүәр ҡыҙы ул ваҡытҡа Поляр аръяғында 28 йыл хеҙмәт стажына эйә була. Медик булып эшләй.
Әхмәҙиев хеҙмәттәштәре менән йылы хушлаша.
Бригадир Анатолий Захарчук унан:
- Ҡайҙа төпләнергә уйлайһығыҙ? - тип һорай.
- Үҙебеҙҙә, Стәрлебашта. Был район үҙәге.
- Һин нисә йыл хеҙмәт стажына эйә булдың әле, - тип ҡыҙыҡһына артабан Анатолий Николаевич.
- Быны тулы хоҡуҡта батырлыҡ тип әйтергә мөмкин. Өс тиҫтә йыл ер аҫтында, лава һәм забойҙарҙа. Күптәрҙең ҡулынан бындай эш килмәй.
- Ярай инде, - тип уңайһыҙлана Әхмәҙиев. - Тимәк, Һеҙ ҙә был батырлыҡҡа лайыҡ.
- Минең хеҙмәт стажым егерме бер йыл, - тине бригадир. - Утыҙға тиклем етеп булмаҫ. Беләһең бит, ҡасандыр берләшмәлә утыҙ шахта бар ине, ә хәҙер алтау ғына ҡалды. Әммә, ябылғандарында ла коксланыусан һәйбәт күмер бар тиҙәр. Кем белә, бәлки, беҙҙең шахтаны ла ябырҙар...
- Үкенесле, әлбиттә, - тине Ғөбәйҙулла Барый улы. - Әммә һин төшөнкөлөккә бирелмә.
Әхмәҙиевтар йәйен ҡайтып китә. Аҡ төндәр мәлендә ике ай дауамында тәүлек әйләнәһенә яҡты. Тәбиғәттең ошо ғәжәйеп матур күренеше менән дә хушлаша улар. Дөйөм алғанда бында климат та бик һалҡын. Ҡышын - көслө буран. Көҙөн - төньяҡ диңгеҙҙән килгән әсе ел. Йәй - ҡыҫҡа.
Стәрлебашта уларҙың яңы ҙур ҡарағай өйҙәре була. Әммә унда бер кем дә йәшәмәгән. Уны йыйыштырып алалар. Ҡыҙыл кирбес менән көпләйҙәр. Төкөтмә итеп иҫ киткес веранда төҙөйҙәр. Һәм ул күҙ яуын алырҙай өйгә әйләнә. Ғәжәйеп гөл-баҡса. Ихата ҡапҡаһынан өйгә һәм баҡсаға тиклем асыҡ ҡыҙыл плиткалар менән матур итеп һалынған һуҡмаҡ ситендә сәскәләр үҫеп ултыра. Һоҡланғыс беседка. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәьҫирләндергес.
Бер ваҡыт уларға хужаның дуҫы ҡунаҡҡа килә. Өйөндә була, йортта йөрөп сыға һәм һоҡланып:
- Әйтерһең дә ысын ожмах, - ти.
Ғөбәйҙулла Барый улы тырышып эшләй. Һарайҙа - үгеҙ. Шулай уҡ байтаҡ ҡына ҡуян аҫрай. Ҡош-ҡорт, өйрәк. Әлфинур Әнүәр ҡыҙы ла һәр ерҙә тәртип булдыра.
Ә улдары Руслан - оҫта иретеп йәбештереүсе. Металдан семәрләп ғәжәйеп әйберҙәр эшләй. Һәм бик яҡшы водитель. Әлеге көндә Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Вахтанан ҡайтыу менән йорт эштәрендә ярҙамлаша. Атаһына оҡшаған.