Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Август 2018, 11:53

Ғүмер буйына спорт менән йәнәшә

Ибраҡай мәктәбенең башланғыс кластарында уҡығанда уҡ Рәфис Таймаҫов класташтары араһында етеҙлеге менән айырылып тора, физкультура дәрестәрен ярата. Ҡалҡаш урта мәктәбендә уҡыған ваҡытта ла уның яратҡан дәресе физкультура, ә яратҡан уҡытыусыһы - Ришат Ғәлиәкбәров була, ул Рәфискә Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инергә кәңәш бирә.

Башҡаса булыуы ла мөмкин булмай. Рәфис бөтә мәктәп һәм район ярыштарында ҡатнаша. Еңел атлетика, саңғы спорты кеүек күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, йыш ҡына район чемпионы була. Техникумда уҡыу йылдарында уны армияға алалар. Украинала, граждандар оборонаһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Намыҫлы һалдат була, тәртип ярата. Өлкән сержант дәрәжәһенә етә, Совет армияһы отличнигы, «Биш йыллыҡтың йәш гвардиясыһы» билдәһе менән бүләкләнә, батальондың комсомол ойошмаһы секретары була. Армиянан һуң, физкультура техникумын уңышлы тамамлап, 1984 йылда район мәғариф блеге мөдире Х.С.Сәғиҙуллиндың кабинетына инә. Ул Рәфискә эшкә урынлашыр өсөн 17 мәктәп тәҡдим итә. Әммә йәш егет исемлектә булмаған Ҡалҡаш мәктәбендә эшләргә теләк белдерә. «Ҡайҙа тыуған - шунда кәрәккән», - ти ул.

Рәфис Рафиҡ улы күңел биреп эшкә тотона. Шул саҡтағы мәктәп директоры Р.М.Кинйәбаев инициативалы егетте хуплай. Мәктәптең бәләкәй спорт залында дәрестәрҙе үткәрергә урын юҡ. Киләһе йылда районда «Иң яҡшы спорт комплексы»на смотр-конкурста отоп, балалар яңы спорт комплексында шөғөлләнә башлай. Ниндәйҙер ваҡыт үтеүгә район мәғариф бүлеге инспекторы Й.Ғ.Шәрипов инициативаһы буйынса Р.Таймаҫов мәктәптә көрәш секцияһы аса. 20 йыл буйына ошо секцияны алып барған дәүерҙә ул 34 район, һигеҙ республика чемпионы әҙерләй. «Беренсе булып көрәш буйынса район чемпионы булған уҡыусым Азат Йәнғоловҡа рәхмәт, шул еңеү миңә этәргес бирҙе, ышаныс тыуҙырҙы», - ти Р.Таймаҫов.

Һуңынан башҡа спортсылар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә башлай: Альберт Булатов Бөтә Рәсәй ярыштарында дүртенсе, Руслан Мөхәмәтйәров - алтынсы урын яулай. Рәфис Рафиҡ улы үҙе лә райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бик күп әҙәбиәт уҡый, физкультура дәресе методикаһын яҡшы белә. Артабан уҡыуын камиллаштырыу маҡсатында Ырымбур педагогия институтының физик тәрбиә факультетын уңышлы тамамлай. Байтаҡ йылдар район аттестация комиссияһы ағзаһы була. Бөгөн Рәфис Таймаҫов - йәштәрҙең иң яҡшы остаздарының береһе, физкультура уҡытыусылары араһында иң өлкәне. Уның педагогик стажы 34 йыл. Тормош иптәше Гөлсинә Рәхимйән ҡыҙы менән 32 йыл татыу ғүмер кисереп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тормош иптәше күп йылдар сауҙа өлкәһендә эшләй. Таймаҫовтар балалары менән ғорурлана. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән тормош иптәше менән Салауат ҡалаһында йәшәй, ике бала тәрбиәләй, улдары Таһир Салауат индустриаль колледжын тамамлаған, Линар - спорт мастерына кандидат. Рәфис Рафиҡ улы йәйге отпуск ваҡытында туған хужалығына сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрендә ярҙамлаша, ауылдың халыҡ дружинаһына етәкселек итә. Үҙҙәрендә спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә һөйөү уятҡан өсөн уны уҡыусылары ярата. Коллегалары уны хөрмәт итә, тормошта ул үҙ урынын тапҡан, спорт - уның булмышы булыуын дәлилләгән сағыу миҫал, тип иҫәпләйҙәр. Күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн «БР иң яҡшы физкультура хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды, юғары категориялы уҡытыусы.

Һәйбәт уҡытыусылар бихисап, әммә балаларҙа үҙ фәненә шул тиклем һөйөү уята алыусылар һирәк. Рәфис Таймаҫов быға иреште. Ул уҡыусыларын мауыҡтыра алды, улар, үҙ сиратында, спортты һөнәр итеп һайланы йәки остаздары кеүек үк ғүмерлеккә спорт менән дуҫ. Сентябрь айында Рәфис Рафиҡ улына 55 йәш тула, киләсәктә лә уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ.

Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: