Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
20 Июль 2018, 11:39

Һатып алыусылар менән уртаҡ тел таба беләләр

«1000 ваҡ-төйәк» магазины районда күптәргә яҡшы таныш. Бында тауарҙар ассортименты бай, өй һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын, балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем-һалым, уйынсыҡтар, парфюмерия, спорт һәм кәнсәләр тауарҙары, һауыт-һаба һәм башҡаларҙы һатып алырға мөмкин.

- Беҙҙең магазинды «Миллион ваҡ-төйәк» тип атаһаҡ дөрөҫөрәк булыр ине, - тип йылмая 36 йыл хеҙмәт стажына эйә булған Рәйлә Ғәлиәкбәрова. - Күрәһегеҙме, кәштәләрҙә күпме тауар.

- Ысынлап та, бик күп. Һеҙ бында кәрәкле әйберҙе нисек таба алаһығыҙ?

- Нисә йыл эсендә өйрәнеп бөттөк инде, - тип һүҙгә ҡушыла ошо һөнәргә ғүмеренең күп йылын бағышлаған уның хеҙмәттәше Гүзәлиә Сатучина.

Ирле-ҡатынлы, шәхси эшҡыуарҙар Әлмира һәм Ринат Фәрхшатовтарҙың магазинында барлығы биш һатыусы һәм шулай уҡ сауҙа тармағы ветераны, йөк тейәүсе һәм бушатыусы Айҙар Асҡаров эшләй.

Өсөһө лә хеҙмәт эшмәкәрлеген районда элекке райпола башлай. Уны япҡандан һуң, төрлө йылдарҙа ошо магазинға эшкә күсә һәм бында эшләүҙәренә бик ҡәнәғәт. Һатып алыусылар һәм хужалар әйтеүенсә, уларҙың барыһы ла берҙәй яуаплы, итәғәтле, сабыр, һатып алыусылар менән дә уртаҡ тел таба белә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һөнәренә тоғро ҡалған, клиенттарҙы хөрмәт иткән үҙ эшенең оҫталары.

- Эшебеҙҙе яратабыҙ, сөнки күп йылдарыбыҙҙы шуға бағышланыҡ, магазин хужалары ла ғәҙел, һәйбәт кешеләр. Беҙҙе хөрмәт итәләр, эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр, ә был - һөнәрҙең айырылғыһыҙ мөһим өлөшө, - тиҙәр сауҙа ветерандары бер һүҙҙән.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: