Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
6 Июль 2018, 11:43

Замана хат ташыусылары - үҙенсәлекле хеҙмәткәрҙәр

Почта - элек-электән ҡулланыл элемтә төрө. XIX быуатҡа тиклем уға тиңдәр булмай. Ваҡыт үтеү менән телеграф, телефон, Интернет киң ҡулланыла башлаһа ла, ул һорау менән файҙаланған хеҙмәт булып ҡала. Бөгөн, мөһим бурыстар - хат, гәзит-журналдар ташыу, посылкалар ебәреүҙән тыш, почта халыҡҡа башҡа бихисап хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. 8 июлдә почта хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын - Рәсәй почтаһы көнөн билдәләй.

- Районда 17 почта элемтә бүлексәһендә 87 хеҙмәткәр халыҡҡа - корреспонденция таратыу, страховкалау, реклама эшкәртеү һәм ебәреү, пассажирҙарға билеттар һатыу, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, ксерокопия эшләтеү, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙарын һатыу кеүек төрлө хеҙмәттәр күрһәтә, шуларҙың 43ө - хат ташыусылар.

Ауылдың хат ташыусылары - үҙенсәлекле хеҙмәткәрҙәр. Улар ауыл халҡына гәзит-журналдар ғына түгел, ә кәрәкле тауарҙар ҙа илтеп бирә. Ҡайһы саҡ, улар психолог ролен дә башҡара, улар кешеләрҙе тыңлай, хуплай һәм ярҙам итә. Сөнки ҡайһы бер яңғыҙ йәшәгән оло кешеләргә уларҙан башҡа берәү ҙә инеп сыҡмай. Ауыл хат ташыусыһының сумкаһы бер ваҡытта ла еңел булмай. Әммә, эҫе һәм сатлама һыуыҡ булыуға, ҡар йәки ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, ул гәзиттәрҙе, телеграммаларҙы, пенсияны ваҡытында илтеп бирергә тырыша, - ти Стәрлебаш һәм Федоровка райондары буйынса почта элемтә цехы начальнигы Люзиә Иҫәнғужина.

Уның әйтеүенсә, пенсия һәм пособиеларҙы илтеп биреү буйынса участка хат ташыусыһы Зәлиә Хәсәнова (һүрәттә) стәрлебаштар араһында айырыуса хөрмәт яулаған. Зәлиә Зөфәр ҡыҙы ошо вазифала 2005 йылдан алып эшләй. Ул - башҡарыусан, намыҫлы һәм бурыстарына яуаплы ҡараған хеҙмәткәр. Иғтибарлы, изге күңелле, ярҙамсыл Зәлиә Зөфәр ҡыҙы, халыҡ, етәкселек һәм хеҙмәттәштәре араһында абруйлы кеше, намыҫлы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр баш предприятие етәкселегенең Рәхмәттәренә, Маҡтау грамоталарына лайыҡ була.

- Форсаттан файҙаланып, коллегаларымды һәм хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ихлас ҡотлап, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдергем килә. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек, район халҡы мәнфәғәтендә еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар теләйем, - тине Люзиә Ғәлинур ҡыҙы.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: