Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
3 Июль 2018, 13:31

Автоинспектор шундай булырға тейеш!

Бөгөн юл һаҡсылары, атап әйткәндәй, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында хеҙмәт итеүселәр, һөнәри байрамдарын - ЮХХДИ көнөн билдәләй. Улар араһында юл-патруль хеҙмәте инспекторы Руслан Хәкимов та (һүрәттә) бар.

- Руслан Мөҙәрис улы ЮХХДИла күптән түгел, ике йыл тирәһе эшләй, быға тиклем армияла, артабан өс йыл контракт буйынса Тажикстанда, һуңынан Өфө юридик институтын тамамлап, һигеҙ йыл Өфө һаҡ хеҙмәтендә хеҙмәт иткән. Шуға күрә уның тәжрибәһе ҙур. Беҙҙә лә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте, - ти ЮХХДИ бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәил Туҡбаев. - Ул бик яуаплы, талапсан, әҙәпле, ипле, изгелекле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ЮХХДИ хеҙмәткәре шундай булырға тейеш.

Бөгөнгө ҡыҙыу тормошта ошо хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре роле ғәйәт ҙур. Сөнки йылдан-йыл автотранспорт һаны арта, автомобиль руле артында йәштәр бик күп, тирә-яҡта хәрәкәт - шәп. Һәм әгәр ЮХХДИ инспекторы булмаһа, юлдарҙа, ысынлап та, тәртипһеҙлек башланыр ине.

Улар автомобилселәрҙең, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе контроллек итә, тәртип боҙоусыларға яза биреүҙе тикшерә.

- Иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн саралар ҡәтғиләшеүгә ҡарамаҫтан, руль артына ултырып, эсергә яратыусылар аҙ түгел. Нигеҙҙә, күпселек авариялар уларҙың ғәйебе буйынса була, - тип иҫәпләй Руслан Мөҙәрис улы. - Шулай уҡ хатта ауыл эсендә лә ҙур тиҙлек менән йөрөүселәр, тейеш булмаған урындарҙа ҡаршы юлға сығыусылар күп. Бер нисә минутты оторға тырышып, улар үҙҙәре лә имгәнә, сәләмәтлеген дә юғалта, ә ҡайһы саҡ башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен ҡыя. Ябай ғына ҡағиҙәне һаҡларға кәрәк: йәйәүлеләрҙе хөрмәт ит, машинаңды ҡыума, ҡағиҙәләрҙе үтә! Сөнки беҙҙе: водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә, инспекторҙарҙы ла өйҙәрендә ғаиләләре, ата-әсәләре һәм балалары көтә.

Автоинспекторҙарҙың эше еңел түгел. Уларҙың эш көнө сикләнмәгән, даими дежурлыҡтар, бөтмәҫ профилактик операциялар. Өйҙәрендә яҡындарының уларҙың эшен аңлағандары бик һәйбәт.

- Әлбиттә, тормош иптәшем Дианаға өй эштәре буйынса гел ярҙам итә, ҡыҙым Элина менән йыш була алмайым. Шуға ла аңлағаны һәм ярҙамы өсөн ҡатыныма рәхмәтлемен, - ти Руслан.

Ә беҙ, гәзит уҡыусылар исеменән юлда тәртип һаҡлаусыларға ныҡлы сәләмәтлек, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың закондарҙы үтәүен, бер-береһенә ихтирамлы булыуын теләйбеҙ. Байрам менән һеҙҙе!

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: