Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Июнь 2018, 11:57

«Ул үҙебеҙҙең кеше», тиҙәр социаль хеҙмәткәр тураһында оло йәштәгеләр

Хәлекәй ауылынан Әнфисә Моғаттарованы (һүрәттә) күптәр изге күңелле, ярҙамсыл шәфҡәт туташы булараҡ та хәтерләйҙер, моғайын. Медицина училищеһын тамамлағандан һуң ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. Артабан балалар баҡсаһында, почтала эшләй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса биш йыл элек социаль хеҙмәткәр эшенә тотона.

Уның тәрбиәһендә тиҫтәнән ашыу кеше. Һан теүәл түгел, кемдер ҡышҡылыҡҡа балаларына китә, ә кемгәлер ул мөмкинлеге булған саҡта былай ғына ярҙам итә. Һөнәр йәшәү рәүешенә әйләнгәндә шулай булалыр, моғайын. Инәйҙәрҙең иң йәшенә - 80, ә иң өлкәненә - 94 йәш. Әнфисә Мулләхмәт ҡыҙының эш көнө иртән иртүк башлана: тиҙ генә өйҙәге эштәрен теүәлләгәс, инәйҙәр янына ашыға. Улар менән аралаша, сәскәләренә һыу һибә, ауылдағы яңылыҡтарҙы һөйләй һәм артабан бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр. Магазинға барып килергә, район үҙәгенә барып, дарыуҙар алып ҡайтырға, коммуналь хеҙмәттәргә түләргә, иҙән йыуырға, аш-һыу әҙерләргә кәрәк. Ҡышын - ҡар ҙа таҙарта, яҙын - баҡса ҡаҙып, картуф һәм башҡа йәшелсә-емеш ултырта, йәйен - түтәлдәргә һыу һибә, утай, ә көҙөн ҡайһы саҡ ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләй. Инәйҙәр янына дауаханаға ла барырға, дарыу рецептары артынан сиратта ла торорға тура килә. Әлбиттә, эш еңел түгел, әммә был социаль хеҙмәткәр өсөн иң ҡыйыны түгел. Ә бына тәрбиәһендәге инәйҙәрҙең ауырып-һыҙланыуҙарын күреү - иң ауыры. Оло кешеләр ҙә төрлө була бит. Әммә Әнфисә Моғаттарова был йәһәттән уңған. Ул ҡараған өлкән йәштәгеләрҙең барыһы ла һәйбәт, күпте күргән изге күңелле кешеләр. Ә бәлки ул үҙе һәр ерҙә яҡшылыҡ күрә белеүсе кешелер. Тупһанан атлап үткәндә үк Әнфисә Мулләхмәт ҡыҙы инәйҙәрҙең ниндәй кәйефтә булыуын күрә. Ҡайһы көндәрҙә өйҙәге эштәргә ҡарағанда, аралашып, кәңәшләшеп ултырыуҙан да мөһимерәк нимә юҡ, ти ул.

Уның өлөшөнә күп һынауҙар төшә. Бер - бер артлы ире һәм һөйөклө улы яҡты донъя менән хушлаша. Яҙмыштың барлыҡ әсе елдәренә ҡарамаҫтан, ул тирә-яҡтағыларға ҡарата һөйөү һәм изге мөнәсәбәт һаҡлап ҡала алған.

- Ҡайһы мәл эштән ныҡ арып ҡайтам. Ә өйҙә мине Лилиә менән Айһылыу ҡыҙҙарым көтә. Көн буйына һөйләшеп арыһаң да, уларға ла минең иғтибарым, кәңәштәрем кәрәк. Ҡыҙҙарым - минең терәгем, мине һәр саҡ аңлайҙар. Минең тәрбиәләге инәйҙәрҙе беләләр, уларҙы һорашалар, ә ҡайһы саҡ минең эште еңеләйтер өсөн ярҙамлашырға ла йөрөйҙәр. Уларҙың өләсәйҙәренә, минең әсәйемә - 88 йәш. Шуға ла улар өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тураһында ишетеп кенә белмәй, уларға айырыуса иғтибар кәрәклеген аңлай. Өлкән ҡыҙым минең ҡартлығым бәхетле була тип юрай. Сөнки бөгөн өлкәндәр өсөн башҡарған эштәрем миңә мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡ. Мин быға ышанам, - тип йылмая Ә.Моғаттарова. - Шундай ярҙамсылар булғанда эшләүе лә еңелерәк. Етәксебеҙ Өлфәт Хөсәйеновҡа ҙур рәхмәт. Ул изге күңелле кеше һәм, әлбиттә, татыу һәм берҙәм коллективыбыҙҙа өлкән кешеләргә битараф булмаған ярҙамсыл хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: