Бөтә яңылыҡтар

Заман үҙ талаптарын ҡуя

Беҙ барыбыҙ ҙа көн һайын телевизор, компьютер, телефон кеүек элемтә хеҙмәттәренән файҙаланабыҙ. Быларҙың барыһы ла радио һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре эшмкәрлегенә бәйле, улар 7 майҙа һөнәри байрамдарын билдәләй. Тап улар юғарыла атап үтелгән цивилизация уңайлыҡтарын өҙлөкһөҙ эшләүҙе тәьмин итә. Һәм беҙ уларҙан проблемаһыҙ файҙалана алһын өсөн Стәрлетамаҡ район-ара техник эксплуатациялау һәм телекоммуникацилар үҙәгенең Ришат Төхвәтуллин етәкселегендә Стәрлебаш цехы коллективы (һүрәттә) тырышып эшләй.

- Райондың 90 проценттан ашыу учреждениелары һәм ойошмаларында беҙ Ethernet технологияһы буйынса юғары тиҙлекле Интернет үткәрҙек - был замана талабы. Шулай уҡ, уҙған йыл аҙағынан алып һәм ағымдағы йылдың тәүге кварталында беҙ барлыҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә Интернет индереү менән әүҙем шөғөлләндек. Мәктәптәр ҙә, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы ла ситтә ҡалманы, - тип һөйләй Ришат Назим улы.

Берҙәм, татыу коллективтың мәшәҡәттәре етерлек. Күптән түгел генә үткәрелгән йылдың мөһим сәйәси ваҡиғаһын - ил Президентын һайлауҙы ғына алайыҡ. Территориаль һайлау комиссияһында видеокүҙәтеү системаһының өҙлөкһөҙ эшен бойомға ашырыу - был да коллективҡа йөкмәтелгән мөһим бурыстарҙың береһе. Алда сығарылыш мәктәп уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтихандары. Бында ла элемтәселәр ҡатнашлығынан башҡа мөмкин түгел.

Һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡтар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, абоненттар араһында «Ростелеком»дан Triple Play хеҙмәттәр пакеты - телефон, Интернет һәм IP - телевидение популяр булып ҡала.

- Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн бөтә коллективҡа ҙур рәхмәт әйткем килә. Һөнәри байрам уңайынан уларҙың барыһын да, шулай уҡ район элемтә ветерандарын ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Барыһына ла сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күтәренке кәйеф, лайыҡлы эш хаҡы, заман менән бергә атлауҙарын, һөнәри оҫталыҡтарын арттырыуҙы, белемдәрен камиллаштырыуҙы һәм эштәрендә уңыштар теләйем, - тине Ришат Назим улы.

Лиана ЙӘРМИЕВА.
Читайте нас: