Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
27 Апрель 2018, 14:05

Янғын һүндереүсе генә түгел, һәр эшкә маһир хеҙмәткәр

Рафаил Абсатаровтың (һүрәттә) район янғын һүндереү часында хеҙмәт стажы 20 йылдан ашыу. Хеҙмәт юлын янғын һүндереүсе булып башлай, бөгөн - ҡарауыл начальнигы. Етәксе һүҙенә ҡарағанда, Рафаил Вәлиәхмәт улы - һәйбәт белгес, янғын һүндергәндә һәм авария-ҡотҡарыу эше үткәргәндә тәүәккәл эш итә. Ул тиҫтәләгән ҡатмарлы янғын һүндереүҙә ҡатнаша, юл-транспорт фажиғәләренә бара, кеше һәм милекте ҡотҡара.

Ҡарауыл начальнигы булараҡ, ул хеҙмәттәштәренә янғындарҙы хәүефһеҙ һүндереү буйынса уҡыуҙар үткәрә һәм ҡотҡарыу буйынса ҙур эш алып бара. Тәжрибәле остаз булараҡ, янғын һүндереү эшендә һәйбәт белгестәр тәрбиәләй. Билдәләп үтергә кәрәк, Р.Абсатаровтың ҡулдары алтын. Ул 90 һанлы янғын һүндереү часы бинаһын реконструкциялау һәм ремонтлауҙа ҙур өлөш индерә. Оҫта иретеп йәбештереүсе булараҡ, административ бинала һәм гаражда йылытыу системаһын алмаштырғанда, кәртә, инеү ҡапҡаһы эшләгәндә, гаражға һыу үткәргәндә барлыҡ иретеп йәбештереү эштәрен үҙе башҡара. Иҫкергән электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү, уларҙы ҡарап-тотоу шулай уҡ ошо алтын ҡуллы оҫтаға йөкмәтелгән.

Рафаил Вәлиәхмәт улы, өҫтәүенә, дәртле кеше. Ул янғын һағы хеҙмәте линияһы буйынса үткәрелгән бихисап сараларҙа даими ҡатнаша, янғын һүндереү спорты буйынса ярыштар призеры һәм күп тапҡырҙар ҡатнашыусыһы. Күп йыллыҡ маҡтауға лайыҡ хеҙмәте өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән наградлана. Һәм һөнәри байрамын күтәренке кәйефтә ҡаршылай.

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: