Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
20 Апрель 2018, 11:50

Тәжрибә, белем һәм яуаплылыҡ ярҙам итә

Бына ун йылдан ашыу Татьяна Ибраһимова (һүрәттә) район хакимиәтенең бухгалтерия эшен аныҡ һәм теүәл алып бара. Эш еңелдән түгел. Әммә ул йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәй.

Хатта һәйбәт әҙерлек булһа ла, күп нимәгә шәхсән өйрәнергә кәрәклеген бухгалтерҙарҙың һәр ҡайһыһы яҡшы белә. Бының өсөн белем, тәжрибә, дөрөҫ фекер йөрөтөргә, кешеләр менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Татьяна Владимировна ошо сифаттарға тулыһынса эйә.

Ул сығышы менән Кемерово өлкәһенең Яшкино ҡасабаһынан. Урындағы мәктәптең 11 класын тамамлағандан һуң Таня сәнәғәт-иҡтисад техникумына уҡырға инә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса беҙҙең районға килгәс, йәш белгес Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында кассир булып эш башлай. Бында эш нигеҙҙә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә бәйле була. Ваҡыт үтеү менән, эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн уны контролер, артабан ошо предприятиеның баш бухгалтеры урынбаҫары итеп күсерәләр.

2007 йылда Татьяна Владимировнаға район хакимиәтенең бухгалтерия бүлегенә етәкселек итергә тәҡдим яһайҙар. Шул ваҡытҡа ул ситтән тороп Мәскәү психолого-социаль институтын тамамлап өлгөрә.

- Бюджет учреждениеһында эш дебет-кредитҡа ҡарағанда күберәк аң-белем талап итә. Райондың финанс идаралығы менән даими хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең төп бурыс - төрлө хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүгә, министрлыҡтарға һәм һалым органдарына отчеттар тапшырыуға, юлдарҙы ҡарап тотоу һәм капиталь ремонтлау буйынса ауыл биләмәләрен, бюджет ойошмаларын субсидиялауға, шулай уҡ ойошма сығымдарын алып барыуға ҡайтып ҡала. Вәкәләтле орган булараҡ, был йәһәттән башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейешбеҙ, - тип иҫәпләй ул.

Уның эш спецификаһы белемде даими камиллаштырыу, яңы закондарҙы өйрәнеү талап итә. Юғиһә, тормоштан артта ҡалырға мөмкин. Шуға ла Татьяна Владимировна квалификацияһын арттырыу мөмкинлеген бер ҡасан да ысҡындырырға тырышмай. Ул отчет тапшырыу, бюджетты үтәүҙе контроллек итеү өсөн бухгалтер программаһы версияһын үҙләштергән.

Эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән яуаплы белгес, ти уның тураһында етәкселек. Бөтә отчеттарҙы ла ваҡытында һәм хатаһыҙ тапшыра. Т. Ибраһимова аралашыусан, изге күңелле, хеҙмәттәштәренә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Татьяна Владимировна үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, хәстәрлекле һәм һөйөклө әсәй, һәйбәт хужабикә лә. Һөнәри байрам - Муниципаль хеҙмәткәрҙәр көнөн ул һәйбәт күрһәткестәр һәм яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Ул хеҙмәттәштәрен ысын күңелдән байрамдары менән ихлас ҡотлай.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: