Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
20 Апрель 2018, 12:53

Төп маҡсат - ауылды үҫтереү

Сәлихйән Ғүмәров Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһенә 2013 йылдан алып етәкселек итә. Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарғанға тиклем ул «Арыҫлан» йәмғиәтендә байтаҡ йылдар ветеринар табип һәм баш зоотехник булып эшләй. Дүрт саҡырылыш рәттән ауыл биләмәһе Советы депутаты була. Кандидатураһы өсөн ниндәйҙер айырыуса агитация алып бармай - йыйылыштарҙа сығыш яһай, пландары менән уртаҡлаша, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итә. 2013 йылдың декабрендәге сессияла депутаттар уның кандидатураһын яҡлай. Беренсе көндән үк баш-көллө эшкә сума. Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан беҙ С.Ғүмәров менән осрашып, Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәр, пландар, проблемалар тураһында әңгәмәләштек.

- Сәлихйән Сәббәх улы, һеҙҙең ауыл биләмәһе халыҡ һаны буйынса иң эре биләмәләрҙең береһе. Тимәк, хәл ителергә тейешле мәсьәләләр ҙә, башҡалар менән сағыштырғанда, күберәк?

- Эйе, Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһендә 430 йортта 915 кеше йәшәй. Улар араһында йәйге миҙгелдә генә йәшәгәндәр ҙә бар, әлбиттә. Табиплыҡ амбулаторияһы эшләй, 10 койка урынға көндөҙгө стационар бар. Табип-терапевт, педиатр, стоматология кабинеты бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табип булмағанлыҡтан ул ябыҡ. Әммә, был проблеманы хәл итербеҙ тип ышанам. Ауыл халҡының ялын ойоштороу өсөн урындағы мәҙәниәт йорто эшләй, мәктәптә Айҙарәле ауылынан да килеп уҡыған балалар менән бергә 140 уҡыусы белем ала. Балалар баҡсаһына ике төркөмдә 37 бала йөрөй. Өс крәҫтиән-фермер хужалығы, дүрт магазин, дөйөм алғанда йәшәр өсөн барыһы ла бар.

- Һеҙ эшләгән ваҡытта төҙөкләндереү планында ниндәй әһәмиәтле эштәр башҡарылды?

- 2015 йылда һыу менән тәьмин итеү системаһын тулыһынса алмаштырыу - иң әһәмиәтле эштәрҙең береһе. Проект-смета документтары 1996 йылда уҡ төҙөлгән, әммә эш оҙаҡҡа һуҙыла. Һыу үткәреү селтәре оҙонлоғо 6,5 км тәшкил итте. Суйын торбалар урынына полипропилен торбалар һалынды. Бында тағы ҡайһы бер эштәрҙе тамамлайһы бар. Беҙҙә тыҡрыҡтар тар булғас, һыу үткәргесте алмаштырғанда юлдарға ҙур зыян килде. Ремонт талап ителә. Барыһы ла финансҡа барып тоташа. Алла бирһә, уныһын да хәл итербеҙ. 2017 йылда электр линияһын үткәрҙек һәм ике урамға яҡтылыҡ ҡорамалдары урынлаштырҙыҡ, шул уҡ йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ысын эштәр» проекты ярҙамында Тәтер йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн 16 метрлы күпер һуҙҙыҡ. Был эште «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль учреждениеһы тормошҡа ашырҙы. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорто өсөн музыка аппаратураһы һатып алдыҡ, уның тәҙрәләрен алмаштырҙыҡ, балалар уйын майҙансығын ҡуйҙыҡ.

- Һуңғы ваҡытта урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы популярлаша бара. Был программа Һеҙҙең ауылда нисек бойомға ашырыла?

- Тәүге тапҡыр беҙ программала 2016 йылда ҡатнаштыҡ - ауыл мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһын һәм ҡыйығын алмаштырҙыҡ, 2017 йылда халыҡ мәктәптә тәҙрәләрҙе алмаштырырға кәрәк тип ҡарар итте. 1965 йылда төҙөлгән бинаның тәҙрәләре иҫкереп, унан ел өрөп тора ине. Быйыл балалар баҡсаһына иғтибар бирергә булдыҡ, уның тәҙрәләрен һәм ишектәрен алмаштырырға теләйбеҙ. Форсаттан файҙаланып, даими бағыусыларыбыҙ: БДУ доценты, яҡташыбыҙ Илдар Ремеев, Тәлғәт Шәрипов, Фәриҙә Рысаева, Нәфисә Латиповаға һәм ошо изге эштәрҙе башҡарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ауылдаштарға ҙур рәхмәт белдергем килә. 2019 йылда планда К.Маркс урамындағы юлды ремонтлау, мәктәптә башҡа тәҙрәләрҙе пластик тәҙрәгә алмаштырыу, һыу үткәргес эштәрен тамамлау. Аныҡ ҡына нимә эшләрбеҙ - уныһын халыҡ хәл итә.

- Урындағы үҙидараның төп эше - бюджетты үтәү. Был эштә күрһәткестәрегеҙ ниндәй һәм ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, Һеҙҙе ауыл биләмәһе үҫешендә нимә борсой?

- 2016 йылда бюджет билдәләнгәндән ике тапҡырға күберәк үтәлде, 2017 йылда ла бурысһыҙ сыҡтыҡ. Минең өсөн, күпселек хеҙмәттәштәрем кеүек үк, иң ҙур ауырлыҡ - финанс етмәүе. Ошо сәбәп менән күп нимәне тормошҡа ашырып булмай, әммә был ҡаршылыҡты ла еңергә тырышабыҙ. Шулай уҡ халыҡтың ауылдан китеү проблемаһы борсой, 915 кешенең 335е - пенсионер, 86ы - Себерҙә эшләй, ни бары 46 кешенең генә ауылда бюджет ойошмаларында эш урындары бар. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡандар өсөн йөрәк «яна». Әммә ауылдан сыҡмайынса аҡса эшләй белеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Сәриә һәм Рәмил Хөсәйеновтар күпләп себеш үҫтерә. Ауыл халҡы уларҙан ғына һатып ала. Ә улар - хаҡлы ялда. Бына шундай кешеләрҙән үрнәк алырға кәрәк.

- Нисек уйлайһығыҙ: ауыл биләмәһе башлығы - һөнәрме, вазифамы, күңел һалған эшме йәки ябай эшме?

- Беләһегеҙме, мин был турала уйлап та ҡарағаным булманы. Бының нимә булыуы мөһим түгел, иң мөһиме - ауыл үҫһен һәм сәскә атһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләп, бурыстарыңды еренә еткереп үтәү тип уйлайым.

Лиана ЙӘРМИЕВА әңгәмәләште. Автор фотоһы.
Читайте нас: