Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
16 Март 2018, 11:32

Эштәрен белеп башҡаралар

Март айының өсөнсө йәкшәмбеһендә район үҙәге таҙа, матур, төҙөк булһын тип көн һайын тырышып эшләгән кешеләр һөнәри байрамдарын билдәләй. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр хеҙмәте һәр кемгә абруйлы күренмәҫ, әммә уны кемдер башҡарырға тейеш бит.

Халыҡты коммуналь хеҙмәтләндереү өлкәһендә Руслан Латипов (һүрәттә) яңы кеше.

- Бында мин нисек килеп эләктем? Ғәҙәти хәл инде. «Жилищник» йәмғиәтенә килгәнсе төрлө урындарҙа эшләнем. Тәүҙә «Рассвет» йәмғиәтендә (элекке район ҡулланыусылар йәмғиәте), артабан 11 йыл дауамында почтала, атап әйткәндә, пенсия илтеү буйынса участкала водитель булып эшләнем. Шул саҡта тотош Стәрлебаш һәм Федоровка райондарын йөрөп сыҡтым, - тип һөйләй Руслан Хәмит улы.

Әммә, штатты ҡыҫҡартыуға бәйле, ул эштән китә. Эшһеҙ оҙаҡ ултырырға тура килмәй, уға ассенизатор машинаһында эш тәҡдим итәләр.

- Ул намыҫлы эшләй, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен яуаплы хеҙмәткәр булараҡ күрһәтте. Уның машинаһы һәр ваҡыт төҙөк. Ышаныслы кеше - бер ваҡытта ла ҡушҡан эште эшләмәйенсә ҡалғаны юҡ, - тип баһаланы Р.Латиповты «Жилищник» йәмғиәте директоры Рәсим Ғиниәтуллин.

Көн һайын водитель уртаса 10 рейс яһай. Ул Стәрлебаш ауылының ике ҡатлы йорттарын, бер нисә белем биреү учреждениеһын хеҙмәтләндерә, шулай уҡ шәхси йортта йәшәүселәр ҙә заявка бирә, әммә улар күп түгел. Ошондай уҡ икенсе махсус машинала уның коллегаһы - Илһам Ҡорманаев эшләй.

Ҡайһы мәл заявка булһа улар байрам һәм ял көндәрендә лә эшкә сыға.

Өйҙә Руслан Латиповты ғаиләһе - тормош иптәше Эльвира һәм ике йәшлек улы Артур көтә.

Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эше еңел түгел. Улар бер нисә көн эшләмәһә, сүп-сарҙы түкмәһә нимә булырын күҙ алдына ла килтереп булмай. Уларҙың хеҙмәте мөһим һәм кәрәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең көндәлек тырышлығы менән беҙ уңайлы шарттарҙа йәшәйбеҙ, тирә-яғыбыҙҙа таҙа һәм тәртиптә булыуын күреп шатланабыҙ. Уларға бының өсөн ҙур рәхмәт!

Фаягөл ЙОСОПОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: