Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Февраль 2018, 16:34

Тештәрегеҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булығыҙ

Һәр кем тештәрҙең сәләмәт, ныҡ, матур булыуын теләй. Әммә быға нисек ирешергә? Ошо һорау менән беҙ Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы табип-стоматологы Рифғәт Тәлғәт улы Дәүләтйәровҡа мөрәжәғәт иттек.

- Дөйөм алғанда, тештәрҙе сәләмәт тотоп була йәки тештәрҙе дауалап, «голливуд йылмайыуы»на ирешергә мөмкин. Әммә бөтә кеше лә быны эшләй алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә пациенттар һәм табип-стоматологтар күп тырышлыҡ һалһа ла, бөтә кешеләрҙең дә тештәрен юғары сифатлы һәм ваҡытында дауалап булмай. Проблема шунда, тештәрҙең мәкерле кариесы беҙҙең заманда элекке, яҡынса уҙған быуаттың етмешенсе йылдары кимәлендә ҡалған ҡеүәтле стоматологик хеҙмәттәргә ҡарағанда тиҙерәк үҫешә.

- Бындай хәлдә ни эшләргә?

- Был һорауға ошо әңгәмә барышында яуап бирергә тырышырбыҙ. Беҙ, табиптар, ошо етди проблемаға нисектер йоғонто яһай алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итергә тырышабыҙ, әлбиттә. Яҡташтарыбыҙға сирле тештәрҙән ҡотолоп, матур йылмайыу бүләк итеү өсөн стоматологик хеҙмәттең кимәлен арттырыу буйынса ҡәтғи саралар ҡулланырға кәрәк.

- Шулай итеп, нимә ул кариес?

- Уны замана ауырыуы тип атарға мөмкин. 100 йыл элек кариеслы тешле йәштәр бик аҙ булған, ә беҙҙең ваҡытта тешендә кариес булмаған баланы осратыу - һирәк күренеш! Был, тәү сиратта, туҡланыу режимы һәм аҙыҡ-түлек составының үҙгәреүенә бәйле. XIX быуаттан башлап кешеләр юғары калориялы, ваҡ итеп иҙелгән һәм бешерелгән аҙыҡ - шәкәр, йомшаҡ аҡ икмәк, печенье, картуф, колбаса һ.б. ҡуллана башлай. Ошо сәбәптән тештәргә көсөргәнеш кәмей, ҡаты аҙыҡ ярҙамында тештәрҙе һәм теш ҡаҙнаһын үҙ-үҙенән таҙартыу туҡтала. Һөҙөмтәлә тештәр насарая, ә бактериялар һәм микробтар, киреһенсә, бер нисә тапҡырға арта!

Һис шикһеҙ, беҙ техник революция ҡаҙаныштарын бөтөрөп, XVII-XVIII быуаттағы тормошҡа ҡайта алмайбыҙ, әгәр хатта туҡланыу режимын һәм составын үҙгәрткән хәлдә лә, генетик яҡтан ныҡ булмаған тештәрҙең билдәләре киләһе быуындарҙа һаҡланасаҡ. Шуға ла сирле тештәрҙе профилактикалау һәм ваҡытында дауалау ошо бәләнән ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы булып тора. Башҡа сирҙәрҙән айырмалы рәүештә, кариес үҙенән-үҙе бөтмәй. Тик стоматолог ярҙамы менән теште сифатлы дауалап ҡына кариестан ҡотолорға мөмкин. Юғиһә, тешегеҙҙе юғалтыуығыҙ мөмкин.

- Кариес нимәһе менән ҡурҡыныс?

- Кариес генлы бактериялар тәүҙә эмалде (тештең иң ҡаты ҡатламын) тарҡата һәм бәләкәй генә соҡор хасил була. Артабан тештең һөйәк матдәһенә, һуңынан тешкә үтеп ингәндән һуң ул һыҙлай башлай.Әгәр ошо ваҡытта һыҙлаған теште дауаламағанда, периодонтит үҫешә. Әгәр ошо стадияла ла табипҡа мөрәжәғәт итмәйенсә, ауыртыуҙы баҫыусы препараттар эсеп, һыҙланыуға түҙһәң, бактерияларҙың яңаҡ һөйәгенә эләгеүе мөмкин, был яңаҡтың эренләүенә һәм шешеүенә килтереүе ихтимал. Бындай осраҡта теште һурҙыртырға ғына ҡала. Әгәр һурҙыртмаһаң, эрен лимфа һәм ҡан тамырҙары буйлап таралып, артабан сепсис (эренләткес микробтар менән зарарланыуҙан башланған үтә етди ауырыу) барлыҡҡа килеүе һәм хатта кешенең үлеүе лә ихтимал. Әммә беҙҙең заманда стомалогия хеҙмәте арҡаһында ошо сәбәптән үлеү осраҡтары һирәк күҙәтелә.

- Ә пациенттарығыҙ теш ауырыуын иҫкәртеү, кариеслы тештәрҙе сифатлы һәм ваҡытында дауалау өсөн нимә эшләй ала?

- Тәү сиратта, һәр ваҡыт үҙегеҙҙең һәм тотош ғаилә ағзаларының, айырыуса балаларығыҙҙың тештәрен ҡарап торорға, күберәк профилактика менән шөғөлләнергә кәрәк.

- Ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы өсөн теш пастаһы менән щетка ҡулланабыҙ. Беҙ быны дөрөҫ эшләйбеҙме?

- Һис шикһеҙ, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы өсөн улар төп сара. Һәр иртә ауыҙ ҡыуышлығын һәйбәтләп сайҡатырға, 2-3 минут дауамында ғәҙәти ысул менән тештәрҙе йыуырға кәрәк. Әгәр теш араһында аҙыҡ ҡалдыҡтары ҡалһа, теш ебе ярҙамында унан ҡотолоу зарур, юғиһә аҙыҡ ҡалдыҡтары тештә кариес барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Билдәләп үтке килә, «теш араһындағы» кариесты дауалау ауыр һәм йыш ҡына уңышһыҙ. Шуға ла өйҙә махсус теш ебе булырға тейеш, һәм һәр ғаилә ағзаһы уны менән ҡуллана белергә тейеш.

- Ата-әсәләр балаларҙың тештәре тураһында нимә белергә тейеш?

- Йыш ҡына балаларҙың алғы тештәре сыҡкас та боҙола башлай. Балаларҙа кариес бик тиҙ үҫешә. Әгәр ул теш ауыртыуына зарланмаһа, был тештәр тәртиптә тигәнде аңлатмай. Ҡайһы саҡ шулай ҙа була, пульпит ваҡытында ла (теш йомшағының шешеүе) ауыртыу һиҙелмәҫкә мөмкин. Был тештәрҙең анатомик үҙенсәлектәренә бәйле. Әммә балаларҙың даими тештәрен сәләмәт һаҡлау мөһимерәк, сөнки бала тештәрҙән айырмалы рәүештә уларҙың урынына яңылары үҫмәй. Тамыр тештәр, ҡағиҙә булараҡ, 5-6 йәштә сыға башлай. Алғы һәм сәйнәй торған тештәрҙең сәләмәтлегенә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. Иң мөһиме, балаларҙың бәләкәй саҡтан уҡ тештәрҙе дөрөҫ ҡарарға өйрәтергә кәрәк.

- Стоматология кабинетына барыр алдынан нимә эшләргә?

- Тәү сиратта, ҡабул итеүгә яҙылығыҙ. Стомалогогҡа барыр алдынан тештәрегеҙҙе яҡшылап таҙартығыҙ. Үҙегеҙ менән бер нисә ҡулъяулыҡ алығыҙ. Кеҫә телефонын һүндереп ҡуйығыҙ. Табип-стоматологтың да кеше булыуын онотмағыҙ. Ул бер сменала 20шәр операция яһай. Уның нервыларын һаҡлағыҙ, тештәрегеҙҙе дауаларға, стоматологик креслоға ултырырға ҡурҡыуығыҙҙы, бормашинаның тауышы йәнегеҙгә тейеүен әйтмәгеҙ. Һеҙҙең үҙегеҙҙе тыныс тотоуығыҙ һәм яҡшы, аңлаусан мөнәсәбәтегеҙ - сәләмәтлегегеҙ нигеҙе!

-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Рифғәт Тәлғәт улы.

Фаягөл ЙОСОПОВА яҙып алды.
Читайте нас: