Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Февраль 2018, 16:31

Шатлыҡлы йылмайыу бүләк итеүселәр

Йәнгә тейгән ауырыуҙар исемлеген тѳҙѳргә ҡушһаң, моғайын, һәр кем беренсе урынға теш һыҙлауын ҡуйыр ине. Тештең һыҙлауы үҙәккә үтә. Йылмайғанда йәки йѳҙҙѳ йыйырғанда, ашағанда йәки эскәндә, ауыҙҙы асҡанда йәки япҡанда, хатта башты борғанда ла ауырта. Шуға ла табип-стоматолог һөнәре һәр ваҡыт хөрмәтле һәм абруйлы. 9 февралдә тотош донъяла сәләмәт тештәр оҫталары һөнәри байрамдарын - Халыҡ-ара стоматологтар көнөн билдәләй. Беҙҙең илдә был байрам күптән түгел генә билдәләнә. Әммә йылдан йыл ул популярлыҡ яулай.

Теш дауалау менән кешеләр боронғо дәүерҙә үк шөғөлләнгән. Заманса бормашиналарға оҡшатып уларҙың тештәрҙе дауаларға маташыуына дәлилдәр неолит дәүеренә тура килә. Боронғо Мысырҙа тешкә пломба һала белгәндәр. Шул уҡ ваҡытта кешеләр профилактик сараларҙың мөһимлеген дә аңлай һәм теш таҙартыу онтағы ҡуллана башлай. Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығында уҡ ғәрәп теш табиптары ауырыу тештең нервыһын бөтөрөү өсөн мышьяк ҡулланған. Һәм был технология XX быуаттың аҙағына тиклем тиерлек ҡулланыла. XVIII быуатта йәшәгән Фошар фамилиялы француз табибы заманса стоматологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Был табип пациенттарына теш коронкалары ҡуя, тешләнеште (прикус) төҙәтеү өсөн пластинкалар ҡулланған, штифтарҙа яһалма тештәр ҡуйған.

Бөгөнгө көндә стоматология – үҙ эсенә тештәрҙе дауалауҙы һәм протезлауҙы ғына түгел, теш ҡаҙнаһы-бит хирургияһы алымдарын да алған медицина йүнәлеше.Әммә иң мөһиме – хәҙер ауыртыу кисермәйенсә тештәрҙе дауаларға мөмкин.

Стоматологҡа даими күренеп тороу теш һәм урт сирҙәрен ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә. Теләһә ҡайһы сирҙе башланғыс стадияһында дауалау еңелерәк үтә.

Теш дауалауҙы нимәнән башларға? Әлбиттә, профилактиканан. Был иң ябай һәм аңлайышлы ысул. Быны бәләкәй саҡтан уҡ башларға кәрәк. Балаларҙың матур көлөүе һәр ваҡыт кәйефте күтәрә. Балаларҙың йылмайыуы күҙ йәштәрен киптерергә һәм барлыҡ борсолоуҙы онотторорға һәләтле. Ә матур йылмайыуҙың нигеҙе, әлбиттә, сәләмәт тештәр. Сабый саҡтан уҡ, балала тәүге тештәр күренеү менән, уларҙы таҙарта, тәрбиәләй, һаҡлай башларға өйрәтәбеҙ. Профилактика маҡсатында бер йәштән үк уны стоматологка күрһәтеү кәңәш ителә. Дөрөҫ тәрбиәләү, профилактика һәм ваҡытында дауалау тештәрҙе сәләмәт һаҡларға ярҙам итер.

Стоматологҡа барыу һәр кемдә лә тиерлек ҡурҡыу уята, балаларҙа бигерәк тә. Психологтар стресты ыңғай тәьҫораттар менән алмаштырырға кәңәш итә: сабый менән яғымлы һөйләшеү, алдан уҡылған «дөрөҫ китап» һәм, әлбиттә, һәйбәт, мәрхәмәтле табип, үҙ эшенең оҫтаһы менән осрашыу.

Халыҡ-ара стоматологтар көнө даирәһендә Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының стоматология кабинеты район үҙәгенең башланғыс мәктәбе уҡыусылары араһында «Сәләмәт тештәр – сәләмәтлек нигеҙе!» темаһына балалар һүрәттәре конкурсы үткәрҙе. Унда төрлө техника менән башҡарылған 150гә яҡын эш тәҡдим ителде. Ә 7 февралдә конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр бүләкләнде. Беренсе урынды 3 класс уҡыусыһы Аделина Ҡыҙрасова, икенсе урынды – 4 класс уҡыусыһы Айнур Ураев, өсөнсө урынды 1 класс уҡыусыһы Екатерина Трифонова алды. Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Балалар өсөн стоматология кабинетына ойошторолған экскурсияла белгестәр уларға тештәрҙе ҡарау, тәрбиәләү менән бәйле һорауҙар бирҙе, теш дауалауҙың кеше сәләмәтлеге өсөн мөһим булыуын аңлатты.

Руслан ХӘСӘНОВ,

үҙәк район дауаханаһының стоматология кабинеты мөдире.
Читайте нас: