-Максим Сергеевич, гражданин ҡасан һәм ниндәй осраҡтарҙа прокуратураға мөрәжәғәт итә ала?
- Кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында прокуратура власть, урындағы үҙидара органдарының, вазифалы кешеләрҙең закондарҙы үтәүен тикшерә. Закон бар һәм уны барыһы ла үтәргә тейеш. Әгәр кеше ниндәйҙер ойошма йәки власть вәкилдәре закон боҙған тип иҫәпләй икән йәки уның законлы хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙа баш тартһалар, ул прокуратураға мөрәжәғәт итә ала.Мәҫәлән, хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәр, һыуҙы һүндергәндәр һ.б. Әгәр кешенең мөрәжәғәте беҙҙең компетенцияла булмаһа, беҙ уны тейешле органдарға ебәрәбеҙ.
- 2017 йылға ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап үтегеҙ әле.
- 2017 йылда граждандарҙан 240 мөрәжәғәт булды (2016 йылда -202). Улар араһында йыш осрағандары - хеҙмәт законын боҙоу - 12, торлаҡ-коммуналь мәсьәләләргә ҡағылышлы проблемалар - 12. Мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү, теркәү һәм тикшереүҙә закондарҙы боҙоуҙар бар - 28 (уҙған йылда - 27). Тикшереүҙәр барышында закондар үтәлешен 916 (937) тапҡыр боҙоу асыҡланды. Прокурор тикшереүе акттары буйынса 172 гражданин мәнфәғәтендә 2 млн. 300 мең һум күләмендә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс түләтелде, алты етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм уларға 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем штраф һалынды. Ғәйеплеләр шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәт, дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙар һ.б. өлкәһендә хеҙмәт һәм ер закондарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
- Беҙ хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең йәштәр араһында хоҡуҡи эш алып барыуын да яҡшы беләбеҙ.
- Граждандар, шул иҫәптән йәштәр араһында закондарҙы һәм уларҙың хоҡуҡтарын аңлатыу - беҙҙең өсөн мөһим мәсьәлә. Беҙ даими рәүештә мәктәптәрҙә лекциялар үткәрәбеҙ, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия эштәрендә ҡатнашабыҙ. Әйтергә кәрәк, был осрашыуҙар үҫмерҙәргә лә, өлкәндәр лә бик ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, бик күп уҡыусылар иптәшеңә һуғып, ул йығылып ҡулын һындырһа йәки уҡытыусыға насар һүҙҙәр әйтһә,йәки кәмһетһә - бер нимә лә түгел, балалар шуҡлығы ғына тип уйлай. Улар бының өсөн енәйәт яуаплылығына ла тарттырылып булыуын уйлап та бирмәй.
- Һеҙҙең һәм хеҙмәткәрҙәрегеҙҙең эш көнө ваҡыты сикләнгәнме?
- Беҙҙең эш көнө иртәнге сәғәт туғыҙҙа башланырға һәм киске алтыға, төшкө ял сәғәт берҙән икегә тиклем дауам итергә тейеш. Әммә беҙ йыш ҡына эш сәғәтенән алданыраҡ киләбеҙ, киске алтынан һуң да һәр ваҡыт тиерлек ҡалып эшләйбеҙ. Ниндәйҙер эштәрҙе башҡарып өлгөрмәһәк, ял көндәрендә лә эшләйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең өсөн «ғәҙәти эш көнө» юҡ.
- Коллективығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
- Беҙҙең коллектив ҙур түгел, әммә берҙәм һәм яуаплы. Минең урынбаҫарым алмашынды, Д.С.Елизаров бөгөнгө көндә Балаҡатай районы прокуроры. Уның урынына В.С.Архаткин тәғәйенләнде. Барлыҡ бурыстар өс хеҙмәткәр - минең, минең урынбаҫарым һәм ярҙамсыбыҙ В.М.Юлдашевтың иңенә төшә. Баш белгес Н.Ф.Кудрякова эштәр алып барыу, документтарҙы архивка һалыу менән шөғөлләнә, 2017 йылда В.В.Шишков водитель булып эшләй башланы. Прокуратура органдарында эш ауыр һәм күп яҡлы. Тиҙ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә белергә кәрәк. Бында осраҡлы кешеләр юҡ. Һәр кем үҙ бурыстарын теүәл, еренә еткереп башҡара. Бындай хеҙмәттәштәрем менән эшләүе еңел һәм рәхәт.
- Закондар күп, әммә эске ғәҙеллек хисен һәр кем ҡыҫҡаса белдерергә һәләтле. Һеҙҙең формула ниндәй?
-Бер ниндәй ҙә формула юҡ. Бары тик һәр кем үҙ эшен белеп башҡарырға тейеш. Һәр кем йәмғиәттең билдәле ҡағиҙәләрен белергә: закондарҙы үтәргә, өлкәндәрҙе, ғаиләһен, хеҙмәттәштәрен хөрмәт итергә тейеш. Барлыҡ коллегаларымды, шулай уҡ прокуратура органдары ветерандарын һөнәри байрам менән ихлас ҡотлайым! - Максим Сергеевич, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Лиана ЙӘРМИЕВА яҙып алды. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы