Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Декабрь 2017, 11:09

Энергетиктар алғы һыҙыҡта

Бөгөн замана кешеһенең тормошон электрһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Бөгөн ул талап ителмәгән эшмәкәрлек өлкәһе юҡ тиерлек. Электр менән тәьмин итеү арҡаһында бик күп предприятиелар эшләй, көнкүреш һәм етештереү кимәлендә техника ҡулланыла. Беҙ өйҙә кер йыуыу машинаһы, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес һәм башҡа техниканан файҙаланабыҙ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, электрһыҙ бер нимә лә эшләү мөмкин түгел.

ВЛ-10 Кв (25 км ашыу), ВЛ-04 Кв (100 км ашыу) электр линияларын, Стәрлебаш һәм Первомайский ауылдарында 50 трансформатор подстанцияларын эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән "ГИП-ЭЛЕКТРО" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы 14 кешенән тора. Улар шулай уҡ абонент-ҡулланыусы булған өс меңдән ашыу физик һәм 200 - юридик шәхесте хеҙмәтләндерә. Эшлекле һәм егәрле Винер Иҙрисов етәкселегендә улар ошо "хужалыҡ" тотҡарлыҡһыҙ һәм көйлө эшләһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйҙәр.
Бөгөн берҙәм коллектив ниндәйҙер участканы электр энергияһынан өҙгәндә, был икенселәренең эшендә сағылмаһын һәм һәйбәт эшләһен өсөн яңы һауа линияларын төҙөү, шулай уҡ электр энергияһын урлауға юл ҡуймаҫ өсөн урамдағы бағаналарға иҫәп приборҙары ҡуйыу менән мәшғүл. Ошоноң арҡаһында ғына һуңғы йылдарҙа юғалтыуҙар 32 проценттан 12,5 процентҡа тиклем кәмегән.
- Һөнәри байрамыбыҙҙы һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайбыҙ, - ти Винер Ғаяз улы. - Был йәһәттән үҙ участкаһында намыҫлы һәм тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәр ҡайһыһының, һәм, әлбиттә, алдынғыларыбыҙҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Иҫәп буйынса мастер Марат Ҡадиров, эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү мастеры Рөстәм Кәримов, водитель-электромонтер Рәйес Искәндәров, электромонтер Руслан Булатов, рөхсәт биреүсе етештереүсе Фәнүз Вәлиәхмәтов, технологик тоташтырыу инженеры Марсель Шәймәрҙәнов, тракторсы-электромонтер Илдус Хафизов предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәре. Кәрәк булһа улар шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, намыҫлы эшләй. Тимәк, ҡулланыусылар тыныс була ала. Уларҙың өйҙәрендә ут буласаҡ, электр приборҙары ла эшләйәсәк.
Ә етәксе Винер Иҙрисов өсөн һөнәри байрамдары тыуған көнөнә тура килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, икеләтә байрам. Хөрмәтле энергетиктар, гәзит уҡыусылар исеменән еңел булмаған, әммә барыһына ла кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Байрамығыҙ менән һеҙҙе!
Рәйсә МУСИНА. М.ҒӘНИЕВ фотоһы.
Читайте нас: