Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
22 Декабрь 2017, 11:35

Абруйлы һөнәр эйәһе

Бөгөн, социаль тәьминәт өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса иң эре федераль системаларҙың береһе - Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды һөнәри байрамын билдәләй.

Ошо подразделение хеҙмәткәрҙәре страховка (ҡартлыҡ, инвалидлыҡ һәм ҡараусыһыҙ ҡалыу буйынса пенсиялар), шулай уҡ хәрби һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, социаль пенсиялар тәғәйенләү һәм түләү кеүек граждандар өсөн бихисап мөһим һәм кәрәкле функциялар башҡара. Пенсия фондына икенсе йәки артабанғы сабыйҙары тыуғандан һуң Әсәлек капиталына сертификат алырға йәки ошо капитал аҡсаһын файҙаланыу өсөн әсәйҙәр ҙә килә. СНИЛС тапшырыу, пенсия тупланмаһы сараларын инвестициялау һәм түләү шулай уҡ ошо исемлеккә инә. Стәрлебаш районы Пенсия фонды идаралығында ошо системала ҙур тәжрибәһе булған, төрлө хәлдәрҙә ярҙам итергә һәләтле, пенсияларға һәм башҡа түләүҙәргә ҡағылышлы ниндәй ҙә мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ белгестәр эшләй. Был учреждениеның ошондай хеҙмәткәрҙәренең береһе - клиенттар хеҙмәте етәксеһе Зөлфиә Ғәйнетдинова (һүрәттә). Уның хеҙмәт биографияһы 1987 йылда башлана. Өфө кооператив техникумын тамамлаған ҡыҙ тәүҙә район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Артабан район халыҡты социаль яҡлау бүлегенә күсә. 1998 йылдан алып Зөлфиә Хөббөтдин ҡыҙы Пенсия фондында эшләй. 2005 йылда, идаралыҡта клиенттар хеҙмәте төҙөлгәс, З.Ғәйнетдинова уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәй. Ситтән тороп юғары белем ала. Әҙәплелеге, клиенттарға һәм хеҙмәттәштәренә иғтибарлы мөнәсәбәте менән ихтирам һәм абруй яулай. Зөлфиә Ғәйнетдинова яҡшы хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй.

Ағымдағы йылдың 1 декабренә ҡарата, Стәрлебаш районы буйынса Пенсия фонды идаралығы ете меңдән ашыу пенсионерҙы хеҙмәтләндерә - был район халҡының өстән бер өлөшөнән күберәк. 2007 йылдан алып 1426 кеше Әсәлек капиталына дәүләт сертификаты алған.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: