Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2022, 09:00

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Стәрлебаш ауылынан  ХӨСНӨТДИНОВА Флорида Сәлимйән ҡыҙына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 60 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең тыуған көнөң - тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң - беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң - беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек- һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин - донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Беҙҙе шатландырып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ!
Һин булғанда, әсәй, беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Динара, кейәүең Ғайзан, ейәнең Данияр, ейәнсәрең Илария.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: