Һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һин беҙҙең өсөн донъяла иң яҡын, изге күңелле, уңған, тормошҡа йәм биреүсе яратҡан кешебеҙ. Һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, ныҡлы иҫәнлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныслы көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген күреп, уларҙың шатлығына һөйөнөп, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәргә насип булһын.
Ябай, сабыр, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәхим, балаларың, ейән - ейәнсәрҙәрең.