Улар уҙған быуаттың 70-се йылдарында Әлшәй районының Ҡыҙыл совхозында таныша. Яҙмыштарын хәл иткес осрашыу Ҡыҙыл ауыл Советы үҙәге булған Тавричанка ауылында була. Сәфиулла Ямалетдин улы был ауылға педагогик йүнәлештәге Быҙаулыҡ индустриаль техникумын (Ырымбур өлкәһе) тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса эшкә килә. Йәш белгес, ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләгән 21-се һөнәрселек училищеһына производствоға өйрәтеү мастеры булып урынлаша. Ғәлиә Рәжәп ҡыҙы мәктәптә эшләй. Улар танышып, дуҫлашып китә. Ә июлдә, дөрөҫөрәге, 1972 йылдың 8 июлендә, улар өйләнешә. Йәш ғаиләгә ҙур булмаған торлаҡ бирәләр.
- Бергә ғүмер итеүебеҙгә ярты быуат ғүмер үткән. Мин ғаиләле булып, балаларыбыҙ үҫкән Әлшәй еренә рәхмәтлемен. Йыш ҡына коллегаларымды, дуҫтарымды иҫкә алам, шылтыратып һөйләшеп торабыҙ. Сөнки ғүмеребеҙҙең иң матур йылдары унда үтте. Нисек кенә булмаһын, күңел тыуған яҡҡа тарта, - ти Сәфиулла ағай.
Ул Федоровка районының Аҡбулат ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Атаһы Ямалетдин Камалетдин улы Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уны йәше буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһына хеҙмәт армияһына ебәргәндәр. Сәфиулла ағай хәтерләүенсә, атаһы дини кеше була. Ислам ҡанундары буйынса йәшәй, балаларын да шуға өйрәтә. Шуға күрә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға уға доғалары һәм рух ныҡлығы ярҙам иткәндер, сөнки унан күптәр тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай. Бәхеткә күрә, Ямалетдин тыуған яғына, ғаиләһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Биш улы һәм ҡыҙының аталарын күреү бәхетенән шатлыҡтарының сиге булмай.
- Мин уҡый башлағанда һуғыш бара ине, - тип хәтерләй ул. - Беҙ мәктәпкә йөрөй алманыҡ, сөнки өҫтөбөҙгә кейергә кейем булманы. Уҡытыусыбыҙ өйгә килеп дәрес бирә ине. Бер ваҡыт атайыбыҙ ҡайтып беҙгә бер нисә пар сабата үреп киткәне хәтеремдә ҡалған. Әсәйебеҙ көндәр буйы колхозда эшләне, беҙ ағайҙарым һәм апайым менән йорт эштәрен эшләп үҫтек. Кем утын, кем бесән әҙерләне, шулай берҙәм эшләп, әсәйебеҙгә ярҙамлаштыҡ, аслыҡҡа бирешмәнек. Ата - әсәйебеҙгә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәтлемен. Һәм әле лә хөрмәт менән иҫкә алып, уларҙың яҡты рухына доға ҡылам.
Тыуған ауылында башланғыс белем алғандан һуң Сәфиулла күрше Ҡораласыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һуңынан армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Һөнәр алыу теләге менән Стәрлетамаҡ 1- се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Тырыш, маҡсатлы, ныҡышмалы егет яҡшы уҡыуы һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора. Ҡулына таныҡлыҡ алғас, уҡытыусылары уға Быҙаулыҡ техникумында уҡыуын дауам итергә тәҡдим итә. Сәфиулла ағайҙың артабанғы яҙмышы үрҙә әйтелгәнсә, Әлшәй районы менән бәйле.
Өлкән йәштәге ата-әсәһенә яҡыныраҡ булыр өсөн Иманғоловтар Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә. Әммә ҡаланың экологияһы насар булыу сәбәпле уны ҡалдырырға мәжбүр булалар. 1989 йылда ғаилә Стәрлебаш ауылына күсенә. Икеһе лә район үҙәге урта мәктәбенә эшкә урынлаша. Сәфиулла Ямалетдин улы технология, Ғәлиә Рәжәп ҡыҙы тарих фәненән уҡыта. Күркәм йорт һалып сығалар. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Сәфиулла Ямалетдин улы атаһының өгөт-нәсихәттәрен хәтерләп, дин юлына баҫа. Көн дә биш намаҙын ҡалдырмай, Ҡөръәндән сүрәләр уҡый. Райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәттең кәңәше менән бер нисә йыл рәттән Өфөлә Рәсәй ислам университетында квалификацияһын күтәреү курстарында дини белемен камиллаштыра. Ә район үҙәгенең мәсетендә ислам нигеҙҙәре курстарын асҡас, Сәфиулла ағай менән Клара апай унда дәрестәр бирә.
- Динебеҙ даими белем алырға өндәй. Кеше ни тиклем белемле булһа, уға шул тиклем донъяла йәшәүе еңелерәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был хәҡиҡәтте аңламай. Ауыр бала саҡҡа ҡарамаҫтан, беҙҙе Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡырға, кешегә һәр яҡлап ярҙам да Аллаһ тарафынан бирелә тип өйрәттеләр. Сөнки дин йәшәүгә көс бирә, рух ныҡлығы тәрбиәләй, иманлы, намыҫлы булырға өйрәтә. Быуаттар дауамынан әлеге көнгә тиклем Ҡөръән көнүҙәклеген юғалтмай. Шуныһы шатлыҡлы, һуңғы йылдарҙа кешеләр дин юлына баҫа, дини мәктәптәр асыла. 2013 йылда мәсеткә дин һабаҡтары алырға килгән тәүге шәкерттәр йыйылғас, бик һөйөндөм, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша әңгәмәсем. Ул беҙгә ошо уҡыусылар исемлеген күрһәтте, улар менән Сәфиулла ағай әле лә ғорурлана. Зөлфирә Фәтҡуллина, Фәриҙә Усманова, Фәриҙә Кәримова, Гөлсәсәк Хөбөтдинова, Розалия Дәминева, Гөлсинә Байгилдина курстарҙы үҙләштереп, тейешле таныҡлыҡ алалар. Уларҙың бер нисәһе юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә. Ә Зөлфирә Сабирйән ҡыҙы хаж ҡыла. Гөлсәсәк Хөбөтдинова Сәфиулла ағай тураһында тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
- Күрше урамда йәшәүсе Иманғоловтар менән танышыуым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Ислам нигеҙҙәре буйынса курстар асылыуын ишеткәс, шатланып уҡырға яҙылдым. Сәфиулла ағай беҙгә ислам әҙәбе һәм пәйғәмбәрҙәр тарихынан һабаҡ бирҙе. Ул ысын педагог, уның төплө белеме, уҡымышлы булыуы һоҡландыра һәм ғәжәпләндерә. Курстарҙы тамамлағандан һуң Сәфиулла ағай миңә уҡыуҙы артабан дауам итергә кәңәш бирҙе. Курстарҙа алған белем университетта ла ныҡлы ярҙам итте.
Ауылдаштары уға доғалары, изге һүҙҙәре, өгөт-нәсихәттәре, кәңәштәре өсөн рәхмәтле. Ул өлгөлө ғаилә башлығы, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған имам. Ғәлиә Рәжәп ҡыҙы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер уларҙың үҙ ғаиләләләре бар. Улар ислам дине ҡанундарын, Ҡөръән сүрәләрен яҡшы белә, йыш ҡына ата-әсә йортона ҡайтып, уларға ярҙам итәләр, дини байрамдарҙы бергә үткәрәләр.
Быйыл Сәфиулла Ямалетдин улы 85 йәшлек юбилейын билдәләгән. Шул йәһәттән һаман да элекке коллегаларынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Өҫтәүенә, Сәфиулла ағай шиғриәткә ғашиҡ кеше, үҙе лә шиғырҙар ижад итә. 1997 йылда туғандарының береһе Зөфәр уға шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығарырға ярҙам итә.
Илле йыл элек яҙмыштарын бергә бәйләп, Иманғоловтар ғаиләһе бәхет, мөхәббәт, бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү кеүек төшөнсәләрҙең өлгөһө булып тора. Алтын туй - ул балалары, ейәндәре, туғандары, дуҫтары өсөн дә иҫтәлекле байрам. Ошондай ныҡлы, берҙәм ғаиләләр күберәк булһын ине! Шул ваҡытта бәхетле кешеләр ҙә күберәк булыр ине.
Һеҙҙең иғтибарға Сәфиулла ағай Иманғоловтың бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Тормош иптәшем Ғәлиәгә
Һинең менән ғүмер иткән йылдар,
Ҡалды мәңге минең күңелемдә.
Өс ҡыҙ бала табып үҫтерҙек беҙ,
Сәхрә Башҡортостан ерендә.
Света тыуҙы данлы Салауатта,
Лилиәбеҙ - Әлшәй яғында.
Элеонора йыраҡ Благоварҙа,
Улар барыһы ла минең иҫемдә.
Һин уҡыттың тарих дәрестәрен,
Мин өйрәттем төрлө һөнәргә.
Ерҙе һөрөп бәрәңгеләр сәстек,
Ашламалар кереттек ерҙәргә.
Үҙем инде хәҙер оҙон ялда.
Ижад итәм төрлө шиғырҙар.
Аҡ донъяла оҙаҡ йәшәп булмаҫ
Бәлки иҫкә алып уҡырҙар.
Донъя көткәс ауыр саҡтар булды,
Аҡ көндәре, айһыҙ төндәре.
Бер үк күңелеңә ауыр алма,
Булды инде төрлө көндәре.
Әгәр инде миңә булһа үпкәң,
Кисер мине, ғәфү үтенәм.
Әйткән һүҙҙе кире алып булмай
Ник әйткәнгә хәҙер үкенәм.
2003 йыл.
Еләк ваҡыты
Матур болондар, ҡырҙарға
Килә еләк ваҡыты.
Уны гелән һағынабыҙ,
Йөрөмәй бит ул ялҡытып.
Зәңгәр силәктәрен тотоп,
Әбейҙәр сыға хатта.
Арттарынан ҡалышмайҙар,
Малайҙар саба атта.
Йырлап еләк йыйған саҡта
Талмай һис тә ҡулыбыҙ.
Һары һандуғастар һайрай,
Уңғас беҙҙең юлыбыҙ.
Стәрлебаш
Стәрлебаш ауылы матур
Йылға буйында ғына.
Халҡы аңлы, һыуы тәмле,
Гөлдәре - ҡыҙыл ҡына.
Шәкерттәре - һүнмәҫ даны,
Игене - илгә терәк.
Ғөрөф-ғәҙәт ҡабыҙырға
Матур мәсет тә кәрәк.
Матур мәсет ярҙам һорай:
Тиҙерәк төҙөгөҙ, тип.
Мин йәшәһәм, халыҡ йәшәр,
Мин - күңел көҙгөгөҙ, тип.
Тыуған
ауылым
Һағынам һине, тыуған ауылым,
Йәшлек үтте һинең ҡосаҡта.
Яланаяҡ килеш йүгерә-көлә
Уйнаныҡ беҙ гелән ул саҡта.
Еләктәргә барҙыҡ тубал алып,
Көпшә, ҡымыҙлыҡтар ашаныҡ.
Муйыл йыйҙыҡ, ағастарға менеп,
Аттар менән уҙыш яһаныҡ.
Егет булғас, тальян гармун күмде
Ауылым урамдары гел моңда,
Алда ята ине төрлө юлдар,
Бер юл алып китте гел уңға.
Сәфиулла ИМАНҒОЛОВ.