Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектына таянып ҡуйылды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Талха Ғиниәтуллиндың “Тау артында ниҙәр бар?”, “Үзбәк”, “Кисеү”, һ.б. әҫәрҙәренә таянып Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбай кеше һәм заман тураһында хикәйәтен яҙҙы. Әҙип һуғыш хаҡындағы әҫәрҙәре менән киң билдәлелек яулаған шәхес. Әҙәби тәнҡитселәр уның ижадын Василь Быков, Вячеслав Кондратьев, Юрий Бондарев ижадына тиңләй. Талха Ғиниәтуллин тәрән яҙмышлы кеше. Иртә етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, 17 йәшендә генә фронтҡа эләккән әҙиптең әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙа әсе дөрөҫлөк ярылып ята.
Нимә тураһында икән был хикәйәт? Кеше тормошо эҙләнеүҙәргә ҡоролған. Уны тау артында нимә көтөүе һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, унда бәхеттер? Бер тауҙы артылғас, икенсеһен күрә, ә унан—тағы тауҙар… Аҙаҡ, юлында осраған бар тауҙарға ла күтәрелгәс, кеше тигеҙ офоҡҡа барып етә һәм аңлай: был ғүмер ахырыһы. Эйе, кеше тауҙар артыла икән, тимәк, ул йәшәй. Йәшәйештең мәғәнәһе лә шул йәшәү. Әллә ҡайҙан алыҫтан бәхет һәм һөйөү эҙләргә кәрәкмәй, ул һәр саҡ һинең яныңда.
Был хикәйәтте ҡуйыу маҡсаты менән театр директоры И.Р.Әбдрәшитов “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттарының мөмкинлектәре менән файҙаланып, үҙ эштәренең профессионалдарына мөрәжәғәт итте һәм ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы А.Ә.Нәҙерғолов етәкселегендәге ҙур художестволы-ҡуйыу төркөмө шул ыңғайы эш башланы. Режиссер ассистенты - В.Н.Ғилманов. Ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.Б.Яшкулов. Пластик яҡтан ҡуйыусы - Р.Ә.Йылҡыбаев, Мәскәү ҡ. Музыкаль яҡтан спектаклде А.Ә.Нәҙерғолов һәм Р.Ш.Әминев биҙәнеләр.
Ролдәрҙә ҡатнашалар: Башҡортостандың атҡаҙанған артистар Әлфирә Ғәлләмова, Айгөл Хәкимова, Юнир Ғәйнуллин; артистар Салауат Вәлиев, Вадим Ғилманов, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Залина Усманова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Илгиз Әбдрәшитов, Резеда Сафиуллина, Айгөл Зәйнуллина, Зәлиә Хәфизова, Яҙгөл Хәлисова, сәнғәт колледжы студенттары Артур Таджидинов, Ишморат Моратов.
Билеттарҙы Пушкин картаһы менән һатып алыу мөмкинлеге бар.
Шундай шәп тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Рәхим итегеҙ!
Г.Теләүсина