Стэрлебаш шишмэлере
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 12:08
Ҡулһыҙ ир ярҙам һорай
Туймазынан 36 йәшлек Илгизәр Усманов мәрхәмәтле кешеләргә мөрәжәғәт итә. Уға эшләргә һәм ғаиләһен туйҙырыр өсөн ҡиммәтле бионик протез кәрәк. Был турала UFA.AIF.RU порталы хәбәр итә.
Былтыр 26 февралдә Илгизәр эштә бәхетһеҙлеккә тарый. Эш биреүсе шәхси эшҡыуарҙан һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәр ала, әммә ул ябылғас, зыян күргән ир эшһеҙ ҡала, сөнки ҡулһыҙ кешегә ярарлыҡ шөғөл табылмай.
Илгизәр Усманов әйтеүенсә, былтыр сентябрҙә Социаль страховкалау фонды уға ике протез бирә, ләкин уларҙа эшләү мөмкин түгел. Ғаиләлә ике бәләкәй бала, ҡатыны декрет ялында. Ир уларға имгәк булғыһы килмәй, ә эшләргә теләй. Шуға күрә күп функциялы протез алырға аҡса тупларға ярҙам итеүҙе үтенә.
Шәфҡәтле, битараф булмаған кешеләр бөтә мәғлүмәтте Илгизәр Усмановтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә таба ала:
https://vk.com/idismoil2012
Фото: Илгизәр Усмановтың шәхси архивынан.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ul-i-ir-yar-am-oray-741042/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла