– Ҡалай эреләнеп китәһең, Марат, – тип йылмайҙы Рита. – Ябайыраҡ та мөмкин...
Баш ҡала ситендә яңы төҙөлә башлаған ауылдан иң ҙур майҙанлы йорттарҙың береһен алыу шатлығын хеҙмәттәштәре менән “йыуып” ҡайтып, хыялдарына ирек ҡуйырға маташҡан иргә ҡатынының шул ғына бәйләнеүе лә оҡшап етмәне:
– Нимә, минең кем икәнде оноттоңмо әллә? Теләйем икән – хан һарайы һалдырам! Теләһәм, ул һарайҙы ер менән тигеҙләтеп, урынына яңыһын төҙөп ултыртам!..
Мөмкинлектәренә ҡарата шик белдерелгәнгә асыуланып ҡына түгел, хатта ярһып киткәйне Марат. Телләшкәне өсөн Ританың битенә сәпәп ебәрерлек хәлгә етте. “Бынау бисәнән кәмһетелеп торорға ни мин... Теләһәм, бөгөн үк артына тибеп сығарам да иртәгә икенсеһен, сибәрерәген алып ҡайтам бит!” – тип уйланы. Ләкин уныһын ҡысҡырып әйтеүҙән нисектер тыйыла алды.
Рита башҡаса өндәшмәне. Мараттың нимәләр һөйләгәненә лә иғтибар итмәҫкә тырышты. Йыл ярым бергә йәшәп, ишетерен ишетеп бөткән инде ул. Тик яңы күршеләр алдында уңайһыҙланыуҙан, ғәрләнеүҙән күҙҙәре йәшләнде. Был ир, артымдан эйәреп өйгә инеп, шунда ҡысҡырынһа, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине, тип баҡсанан сыҡты ла тупһа яғына йүнәлде. Марат иһә урынында тора бирҙе, һөйләнеүенән тыйылырға уйламаны ла.
Арыу уҡ иҫерһә лә, ауыҙынан сыҡҡан хәбәрҙәр мәғәнәһеҙ кеүек тойолһа ла, үҙенең нимә әйткәнен яҡшы аңлай ине ауылдағы иң зиннәтле йорт булыуға дәғүә иткән өйҙөң хужаһы. Бер аҙна тирәһе элек кенә, төньяҡ төбәктәге эш сәфәренән ҡайтып барышлай аулаҡта тап итеп, етәксеһе уны тағы ла һәйбәтерәк вазифаға үрләтергә теләүен белдергәйне. “Марат ҡустым, аҙ ғына сабыр итһәң, һине эшеңдә яңы баҫҡыс көтә. Үҙең беләһең ниндәй икәнен... Беҙгә һинең һымаҡ аҡыллы, эшлекле егеттәр ныҡ кәрәк”, – тине. Хеҙмәтеңде баһалайҙар, ҙур өмөт бағлайҙар икән, ниңә тартынырға? Тағы ла арыуыраҡ урындарға ынтылыр әле Марат, тырышыр, кәрәк кешеләргә ярар...
“Ә күршеләр нимә эшләгән була икән?” – тигән уй тынғыһыҙлай башланы шул саҡ. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, Марат, ҡойма аша ынтылып, уң яҡтағы күршеһенең ихатаһына ҡараны. Унда арыҡ ҡына бер һаҡаллы егет ер ҡаҙыу менән мәшғүл ине. Нимәгәлер нигеҙ ҡора буғай.
– Сәләм, күрше! Хәлдәр нисек? – тип һөрәнләне Марат.
– Үә ғәләйкүм әссәләм! Яҡшы ғына, Аллаға шөкөр! – Күршеһе башын күтәреп ҡараны. Йөҙө ҡәнәғәт күренә.
– Тәмәкең юҡмы? Минеке бөткән дә ҡуйған...
– Юҡ, тартмайым, – егеттең сырайынан тәүҙәге алсаҡлыҡ юғала биреп ҡуйҙы.
– Мин дә тартмайым былай. Эскән саҡта ғына шаярып алам...
Мараттың аҡланырға тырышыуы тағы ла яманыраҡ тәьҫир итте шикелле, күршеһе уға шелтәләгәндәй күҙ һирпте лә өндәшмәне. Унан, байыу яғына ыңғайлаған ҡояшҡа ҡарап алды ла, көрәген ергә ҡаҙап ҡалдырып, өйөнә ашыҡты.
* * *
Иртәгәһенә Марат төҙөлөш баҙарынан мәрмәр тупһалар алып ҡайтты, таныштары тәҡдим иткән бер ойошма менән өйөнә икенсе ҡат һалдырыу тураһында килешеү ҙә төҙөнө. Дүшәмбелә, эшенән һорап китеп, банктан ҙур күләмдә кредит алды. Артабан ике аҙналыҡ ялға ғариза яҙҙы. Был ваҡыт, күңелле мәшәҡәттәр менән үтеп, икенсе ҡатты төҙөп бөтөүгә һәм ҡыйыҡты яңыртып ябыуға таман ғына булды, әммә мәрмәр тупһалар һалынмай ҡалды, сөнки төҙөүселәр тәүҙә солан рәүешендә кирбестән төкәтмә яһатырға кәңәш иткәйне. Аҡсаһы һәм материалдары етерлек булһа ла, өй хужаһы был эште йәй аҙағындағы ялға хәтлем кисектерергә ҡарар итте – үҙе көндәр буйы эштә булғас, ҡатынын ят ирҙәр менән ҡалдырырға ҡурҡты. Һуңғы осорҙа Ританың ғаилә тормошонан ҡәнәғәт түгеллеге ныҡ һиҙелә бит: йә иренең тупаҫлығына зарлана, йә балалары юҡлыҡҡа ғәрләнеп илап ала, йыш ҡына бер ниндәй сәбәпһеҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.
Ҡатыны ризаһыҙ йөрөгән саҡтарҙа Марат, ғәҙәттә, уң яҡ күршеләренең көнкүрешен үҙҙәренеке менән сағыштырып ҡарай ҙа аптырай. Яулыҡлы ҡатын ағас соландарының тупһаһын ямғырлы көндәрҙә бер нисә тапҡыр йыуып ала, өй алдарын төрлө төҫтәге матур-матур сәскәләр менән биҙәне, береһенән береһе бәләкәйерәк балалары ихаталарында аталары төҙөп ултыртҡан ябай ғына ҡаласыҡта сәғәттәр буйы сыр-сыу килеп уйнай. Һәр нәмәнән йәм табалар һымаҡ. Ғаилә башлығы ниндәйҙер ҙур эшкә тотонор булһа, шунда уҡ төрлө яҡтан ҡәрҙәштәре йыйыла ла ярҙам итергә керешә. Ана, мунсаларын да һә тигәнсә күтәреп, башын ябып ултырттылар. Ҡатыны көн дә таҙа тупһа, яҡты йөҙ, йыл һүҙ менән ҡаршы алған, балалары ураған һайын йүгереп сығып: “Атай, әйҙә, ин, әсәйем ашарға саҡыра!” – тип һөрәнләп торған иргә ҡарап, Марат көнләшеүҙән тыйыла алмай. “Ҡойто ғына бер ирҙе шул ҡәҙәрем ҙурлайҙар бит әле!..” – типйәне көйә хатта.
* * *
Өмөттәр аҡланманы. Хыялдар селпәрәмә килде. Бер ай ҙа үтмәҫтән етәксеһе урынына ят кеше килер тип кем уйлаған һуң? Марат та, иң өмөтлө хеҙмәткәрҙәр араһында иҫәпләнгән кеше, аҫҡа тәгәрәне. Дәрәжәңде юғалтыу бер хәсрәт булһа, күп аҡсалы урындан ҡолаҡ ҡағыу тағы ла ауырыраҡ икән...
Ярай әле Рита, иренең бурыстарҙан ҡотолорға хәле етмәҫен аңлап, бер нисә айҙан эшкә төштө. Хеҙмәт хаҡы юғары уҡ булмаһа ла, ғаилә ҡаҙнаһын йылдан ашыу инде ул тотоп килә. Марат үҙе, эшенән тыш, яйы сыҡҡанда әҙ-мәҙ кәсеп иткеләй. Бигүк мохтажлыҡ кисереп йәшәмәһәләр ҙә, өйҙәренең икенсе ҡаты эске яҡтан эшләнеп бөтмәй ҡалды, ихата алдына таш ҡойма буралманы. Төкәтмәнең ни ҡыйығы, ни иҙәне булмағас, мәрмәр тупһалар ҙа һалынманы, улар урынына элекке ағас һикәлтә генә күсереп ҡуйылды.
Тағы ла үкенеслерәге – бурыстар күплегенән ҡурҡып, Рита алдағы биш йылда бала табыуҙан баш тартты. Марат уның менән килешмәй булдыра алмай, хатта ҡатынына һүҙ әйтергә лә ҡыйып бармай хәҙер. Ни тиһәң дә, аяҡ-ҡулдары менән миллионлыҡ бурыстарға бығауланған һәм яңғыҙы ғына ул йөктө кәметерлек хәлдә түгел.
Бына Марат, үҙенә бөтөн урамды йәмһеҙләп торғандай тойолған өйөнән сығып, инде серей башлаған, Ританың осло тағалы туфлиҙары тишкеләп бөткән ағас тупһаһында ултыра. Эйе, башҡа күршеләренең донъялары гөрләй генә: яйлап ҡына булһа ла, төрлө ҡаралтылары төҙөлә, баҡсалары күҙ яуын ала, балалары үҫә... Уң яҡта йәшәгән арыҡ егеттең ихатаһында һыйыр, һарыҡтар, ҡош-ҡорт барлыҡҡа килде, һөт, ит, йомортҡа, йәшелсә менән сауҙа иткеләйҙәр, ти. Ҡаршылағы күршеләре тимерҙән семәрләп ҡапҡалар яһай, унан арғырағы пластик тәҙрәләр менән булыша икән. Марат иһә эргә-тирәләге бер кем менән дә йүнләп аралашмай, сөнки, беренсенән, эшкә иртән үк сығып китә лә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта, икенсенән, ҡасандыр маһайып йөрөгәне өсөн үҙенән мыҫҡыл итеп көлөрҙәр һымаҡ.
Шулай ҙа һаҡаллы күршеһе бөгөн урамдан үтеп барышлай уларҙың өйөнә табан боролдо ла Мараттың янына килеп сәләм бирҙе:
– Әссәләмү ғәләйкүм, Марат күрше! Хәлдәрең нисек?
– Сәләм. Арыу ғына былай. Ни йомош?
– Ней, күрше, иртәгә ҡорбан ашына инерһегеҙ әле, йәме.
– Саҡырыуың өсөн рәхмәт, күрше...
– Абдулла булам. Йылдан ашыу бергә йәшәп тә, килеп танышмаған өсөн ғәфү итә күр инде. Ҡунаҡҡа инерһегеҙ, малай тыуғас, ғәҡиҡә ҡорбаны салдыҡ. Һеҙҙе күптән саҡыра алмай йөрөй инек, бына сәбәп тә булды...
* * *
Һәм Марат менән Рита тәүге тапҡыр күршеләренең тупһаһын аша атланы. Бер сәғәттән саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт уларҙа тормошҡа яңыса ҡараш тыуҙырыр, тип бер кем дә фараз ҡылмай ине ул саҡта.
Ҡунаҡтан ҡайтҡас, Марат, үтә атмалы төкәтмәһенең ишек яҡлауына һөйәлеп ултырып, байтаҡ ҡына ваҡытты уйланып үткәрҙе. “Ниндәй һоҡланғыс был күршеләрҙең хәле, – тип ҡуйҙы ул. – Шул тиклем ябайҙар, алсаҡтар һәм бер үк мәлдә шаҡтай юғарылар ҙа. Йорттары беҙҙекенән тарыраҡ һәм тәпәшерәктер, әммә унда бөтөн матурлыҡ һыйған: мөхәббәт, үҙ-ара ихтирам, татыулыҡ, өмөт һәм ышаныс. Йорттарының эсе лә, тышы ла хужа менән хужабикәнең ҡулы тейгәнгә ялтырап, балҡып тора. Бер ниндәй ҙә зиннәттәр кәрәкмәй. Ишек тупһаһын мәрмәрҙән һалдырһаң да, өйөңдә – ҡот, күңелеңдә тынғылыҡ булмаһа, ниндәй файҙа?.. Абдулла бая һүҙ араһында был донъяны мәңгелек тормошҡа илтеүсе һуҡмаҡ менән сағыштырҙы. Ғүмерҙең ҡасан тамамланырын белмәйбеҙ, шуға һәр аҙымыбыҙҙы саф ниәт, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына иҫәп менән яһарға тейешбеҙ, тине... Ысынлап та, фани донъя байлыҡтары һәм дәрәжәләре кешегә һынау ғына икән...”
– Марат, ин дә ят инде, – тине шул саҡ ҡатыны башҡортсалап. – Күршеләр аптыратты әле, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, имеш. Ана, улар дүрт бала үҫтерә, һис тә зарланмайҙар. Беҙ ҙә, иркен тормоштоң килгәнен көтөп, ошолай тупһала ултырып ғүмер уҙғармаҫбыҙ инде...
Был ваҡытта өй хужаһына бөтөн донъяһы мәрмәрҙән ҡоролған һарай кеүек тойола башлағайны инде...
Фото: fotokto.ru