Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 12:01

Шайморатовсылар тураһында китап сыҡты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре” тигән библиографик белешмәнең исем туйы булды.

Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп эш башҡарылғанын билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла ошо йәһәттән төрлө саралар үткәрҙе, акциялар ойошторҙо.

“Шайморатовсылар тураһында китап сығарыу — ҙур эшебеҙҙең һөҙөмтәһе, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова. — Ошо библиографик белешмәнең береһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бүләк иттек. Әлбиттә, баҫма даими тулыландырылып торасаҡ. Ә уның исем туйын республикабыҙҙың ҡала-райондарында ла уҙғарыу күҙ уңында тотола”.

Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы менән Эльвира Ринат ҡыҙы Шайморатов генералға бәйле эҙләнеү эштәре алып барғандарға, китапты нәшер итеүгә өлөш индергәндәргә, батырҙың вариҫтарына ошо китапты, шулай уҡ башҡа иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Баҫма үҙ эсенә 2700 тирәһе биографик белешмәне, 200-ҙән ашыу фотоны алған. Тиражы — 500 дана. Китапты сығарыу — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән “Башҡорт энцик­лопедияһы” йәмғиәтенең уртаҡ эш һөҙөмтәһе.

Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде, белем усаҡта­рында шайморатовсылар кластары асылды, киләсәктә Өфө ҡалаһының Совет майҙанында легендар коман­дирға һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Китаптың исем туйына башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар конкурсының өсөнсө этабы еңеүселәрен саҡырғайнылар. Баш­ҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова журналистарға һәм блогерҙарға унар мең һумлыҡ гранттар тапшырҙы.

Аҙаҡ сарала ҡатнашҡандар “Ат уйнатып алдан бара...” спектаклен ҡараны.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/shaymoratovsylar-tura-ynda-kitap-sy-ty/
Читайте нас: