Стэрлебаш шишмэлере
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 12:26
Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 31 мартта әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй.
Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә -4...-9, урыны менән -15, көндөҙ +2...+7 градус.
Кесаҙна, 1 апрелдә, республиканың төньяғында ҡар, ямғыр яуыуы фаразлана. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин. Башҡортостандың көньяғында әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө ел. Һауа температураһы төндә 0...-5, аяҙытҡанда -10, көндөҙ +2...+7.
https://
www.bashinform.ru/news/1575789-sinoptiki-bashkirii-soobshchili-prognoz-pogody-na-blizhayshie-dni-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: