Рәсәй Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әле илебеҙ мәктәптәрендә 140 мең мигрант балаһы уҡый.
“Беҙ Рәсәйгә күпме бала килеүен, бында күпмеһе ҡалыуын, уларҙың нимә менән шөғөлләнеүен, дәүләт яғынан ниндәй социаль ярҙам саралары кәрәклеген белергә тейешбеҙ”, – тине Лилиә Ғүмәрова Милләт-ара мөнәсәбәттәр советының видеоконференция тәртибендә үткәрелгән ултырышында.
Федерация Советы комитеты етәксеһе шулай уҡ ошо өлкәләге мәсьәләләрҙе көйләү бурысын үҙ иңенә алған берҙәм федераль башҡарма власть органын билдәләргә тәҡдим итте. “Уның яуаплылыҡ даирәһенә бөтә балалы ғаиләләр, шул иҫәптән мигранттарҙың ғаиләләре лә инер ине. Беҙ ғаиләләрҙе төрлө категорияларға бүлеп ҡарай алмайбыҙ бит. Һүҙ яңы структура булдырыу тураһында түгел, ә ғәмәлдәге ведомстволарҙың береһенә ошондай бурысты тапшырыу хаҡында бара”, – тине ул.
Шулай уҡ мигрант балаларының ихтыяждарын да комплекслы баһалау, уларҙы Рәсәйҙә комплексы яраҡлаштырыу мөһим. Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, күптән түгел ул Ҡырғыҙстан илсеһе менән осрашҡан. Ул Рәсәй мәктәптәрен тамамлаған Ҡырғыҙстан мигранттары балаларының күбеһенең уҡыуын артабан дауам итмәүенә, бер ҡайҙа ла эшләмәүенә иғтибарҙы йүнәлткән.
“Уларҙың асоциаль мөхиткә эләгеү осраҡтары ла юҡ түгел. Ҡырғыҙстан илсеһе Рәсәй колледждарында һәм училищеларында уларҙы уҡытыуға булышлыҡ итеүҙе үтенде, урта махсус һөнәри белем биреү өлкәһендә комплекслы хеҙмәттәшлек программаһын төҙөргә тәҡдим итте”, – тине Лилиә Ғүмәрова.
Бындай программа хеҙмәт баҙары ихтыяжын иҫәпкә алып, квалификациялы эшсе кадрҙарға эйә булыу мөмкинлеген бирәсәк, “шулай уҡ бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм уҡымаған үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе насар мөхиттән ҡурсаларға булышлыҡ итәсәк”.
Федерация Советы комитеты етәксеһе, иң элек был башланғыстарҙы пилот проекты рәүешендә ғәмәлгә индереп, аҙаҡ таратырға мөмкин булыр ине, тип белдерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин сенаторға тәҡдимдәре өсөн рәхмәт әйтте. “Һеҙ һөйләгәндәрҙе иғтибарға алдым. Тәҡдимдәрегеҙҙең барыһы ла ҡыҙыҡлы. Күрһәтмәләр исемлегендә уларҙы билдәләрбеҙ, тип уйлайым”, – тине ул.
Фото: http://council.gov.ru/events/news/125362