Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 12:10

Конструкторҙың 44 детален йотҡан!

Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһында сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарыу буйынса етди операция яһалды. Бала магнитлы конструкторҙың 44 детален йотҡан. Был хаҡта медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Был хәтлем магниттарҙы алыу өсөн ҡорһаҡты ярып операция эшләргә тура килгән. Әле сабый хирургия бүлегендә табиптар ҡарамағында. Белгестәр әйтеүенсә, ул оҙаҡ дауаланасаҡ. Балалар дауаханаһы табиптары ата-әсәләргә балаларының уйындарына иғтибарлы булырға саҡыра, сөнки һуңғы ваҡытта ваҡ уйынсыҡтар йотоп дауаханаға эләккән балалар һаны артҡан. Айырыуса өс йәшкә тиклемге балалар танау-ауыҙҙарына, ҡолаҡтарына төрлө предметтарҙы – көнбағыш, мәрйен, монета, батарейка һәм уйынсыҡтарҙы тығырға ярата. Өлкәндәрҙең уларға иғтибары етмәй. Магнитлы конструкторҙарҙы йотоу осраҡтары бигерәк тә бала ғүмере өсөн хәүеф тыуҙыра, тип иҫкәртә табиптар.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Konstruktor-i-44-detalen-yot-an-738407/
Читайте нас: