Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 11:59

Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү – дәүләт хәстәре

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала быйыл ғаиләләрҙе яҡлауға 16,7 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. 2019 йыл менән сағыштырғанда, был өс тапҡырға күберәк.

Балалы ғаиләләргә ниндәй төр ярҙам күрһәтеләсәк?

Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие

Был пособиены баланың атаһы йәки әсәһе эш урынынан ала. Ата-әсәнең икеһе лә бер ҡайҙа ла эшләмәһә йәки көндөҙгө бүлектә уҡыһа, пособие йәшәгән урын буйынса түләнә. Ике йәки унан да күберәк бала тыуған осраҡта пособие һәр бала өсөн түләнә. Уның күләме 20704,74 һум тәшкил итә.

Уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа алғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие

Был пособие баланы уллыҡҡа алған Башҡортостанда йә­шәү­се­ләргә тәғәйенләнә. Пособие һәр бала өсөн түбәндәге күләмдә тү­ләнә: әгәр ул 2019 йыл­дың 31 ғинуарына тиклем уллыҡҡа алынған икән, 466617 һумлыҡ пособие ҡаралған, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң уллыҡҡа алынған хәлдә иһә пособие күләме 616617 һум тәшкил итә.

Түләүҙәрҙе түбәндәге маҡсатта ҡулланырға була:

* уллыҡҡа алған ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға;
* баланы дауалауға;
* баланы шифахана-курортта һа­уыҡтырыуға;
* уҡытыуға.

Бала тыуғанда йәки уллыҡҡа алғанда ай һайын түләнә торған пособие

Беренсе сабый тыуғанда йәки уллыҡҡа алғанда ай һайын түләнә торған пособие баланың атаһына, әсәһенә йәки опекунға түбәндәге осраҡтарҙа түләнә:
* әгәр ул Рәсәй биләмәһендә даими йәшәһә;
* беренсе бала 2018 йылдың 1 ғинуа­рынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа алынған булһа;
* ғаиләнең бер ағзаһына иҫәпләнгән килем хеҙмәткә яраҡлы кеше өсөн һаналған ике йәшәү минимумынан аҙыраҡ тура килһә.

Һеҙҙең балаға өс йәш тулғансы ай һайын 10077 һум пособие алырға хоҡуғығыҙ бар.

Мөһим!
Балаға өс йәш тулғанға ҡәҙәр йыл һайын яңы ғариза бирергә кәрәк.

Балаға 1,5 йәш тулғанға тиклем уны ҡарау өсөн ай һайын түләнә торған пособие

Был төр пособие баланы 1 йәш тә 6 ай тулғанға ҡәҙәр ҡараған кешегә түләнә.

Ғаризаны йәшәгән урын буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалдарында ҡабул итәләр. 2021 йылда бала ҡарау маҡсатында эштәрен ҡалдырып, декрет ялына сыҡҡан атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар ҙа пособие алырға хоҡуҡлы.

2021 йылда кемдәрҙең түләүгә хоҡуғы бар:

* баланың туғандары;
* баланы ҡараған осорҙа, ойошманың бөтөрөлөүе сәбәпле, эштән бушатылыу­сылар, ауырлы һәм декрет ялындағы ҡатындар;
* атайҙар, әсәйҙәр, опекундар (шулай уҡ көндөҙгө бүлек студенттары);
* ата-әсәһе вафат булған йәки ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән осраҡта баланың туғандары.

2021 йылда пособиеның иң бәләкәй күләме – 7082,85 һум, иң ҙур күләме 29600,48 һум тәшкил итә.

Икенсе һәм унан һуңғы балаларға өс йәшкә тиклем ай һайын түләнә торған
пособие

Икенсе һәм унан һуңғы балаларға айлыҡ пособие аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә балаға өс йәш тулғансы түләнә. 2021 йылда уның күләме республикала йәшәү минимумына тиң – 10077 һум. Ғаризаны йәшәгән урын буйынса Республика социаль яҡлау үҙәге филиалдарында ҡабул итәләр.

3–7 йәшлек балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән (ғаиләнең дөйөм килеме йәшәү минимумынан, йәғни 10015 һумдан кәмерәк булһа) өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар үҫтергән ғаиләләр өҫтәмә дәүләт ярҙамына дәғүә итергә хоҡуҡлы. Уның күләме республикала балалар өсөн йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итә – 5038,5 һум.

Быйыл 1 апрелдән пособиены алыу шарттары үҙгәрә. Уның асылы шунда: 5038,5 һум күләмендәге түләүҙәр ғаиләнең һәр ағзаһын йәшәү минимумы менән тәьмин итмәгән осраҡта, уны республикала иҫәпләнгән йәшәү минимумынан 75 йәки 100 процент күләмендә алып була. Ғаризаны шулай уҡ 1 апрелдән Дәүләт хеҙмәте порталында, Күп функциялы үҙәктәрҙә, Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалдарында бирергә мөмкин.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ай һайын түләнә торған балалар пособиеһы

Был төр пособие ғаилә килеме һәр ағзаға иҫәпләгәндә йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта, балаға 18 йәш тулғансы түләнә.

Бала өсөн ай һайын түләнәсәк пособие күләме:
* Һәр бала өсөн – 225 һум;
* Ата-әсәһе алимент түләүҙән баш тартҡан бала өсөн – 337,5 һум;
* ата-әсәһенең береһе хәрби хеҙмәткә саҡырылған бала өсөн – 337,5 һум;
* әсәһе яңғыҙ тәрбиәләгән бала өсөн – 450 һум.

Түбәндәге осраҡтарҙа ай һайын түләнә торған пособиеның күләме 132,50 һумға арттырыла:
* бала инвалид булһа;
* бала ата-әсәһеҙ ҡалһа;
* баланы ата-әсәнең береһе яңғыҙ тәрбиәләһә;
* баланың ата-әсәһе пенсионер йәки бер ҡайҙа ла эшләмәгән инвалид булһа;
* ата-әсәнең береһе беренсе төркөм инвалиды булған осраҡта, икенсеһе уны ҡараһа;
* баланың атаһы ла, әсәһе лә уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә белем алһа.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә ике һәм унан күберәк бала тыуһа, һәр балаға – 519-ар һум.
Тәрбиә колонияһынан азат ителгән 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәргә пособие күләме 1000 һумға арттырыла.
Ғаризаны йәшәгән урын буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында ҡабул итәләр.

Инвалид бала ҡарағандар өсөн пособие

Бындай түләүҙәргә инвалид бала ҡа­раған хеҙмәткә яраҡлы Башҡортостанда йә­шәүселәр хоҡуҡлы. Пособие һәр ба­лаға һәм уның пенсияһына ҡушып тәғәйенләнә. Уның күләме 10 мең һум тәшкил итә.

Ғаризаны йәшәгән урын буйынса Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында ҡабул итәләр.
Автор: Римма СОЛТАНОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/balaly-ail-l-rg-yar-am-ite-d-l-t-kh-st-re-/
Читайте нас: