Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2021, 12:41

Астра яратыусыларға

Астра кеүек сағыу, матур, оҙаҡ сәскә атҡан, артыҡ "наҙлы" булмаған сәскәләрҙе баҡсасылар айырыуса үҙ итә. Әле уларҙы ултыртыу осоро етте.

Астраларҙың иртә сорттары орлоҡ сәселгәндән һуң – 90, уртаса-иртәләре – 110, һуң сорттары 120-130 көндә сәскә ата. Һуңғылары һалҡындарға бирешеп бармай, беҙҙең климат шарттарында ла октябрь аҙағынаса ҡыуандыра ала.
Астралар әллә ни иғтибар талап итмәй. Үҫентеләрҙе 20 сантиметрғаса йомшартылған ергә күсереп ултыртырға, үҫеү осоронда өс тапҡыр – беренсе ҡыяҡтар барлыҡҡа килгәс, сәскәгә тумаланғас һәм сәскә ата башлағас туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн магазиндарҙа махсус ҡатнашмалар һатыла.
Тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: астра орлоғо оҙаҡ һаҡланмай, ике йылдан уның шытым биреү һәләте ике тапҡырға кәмей. Шулай уҡ астра йомшаҡ ерҙе ярата, шуға күрә ерҙе даими йомшартып тороу зарур.
Читайте нас: