Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 12:26

Киви менән үҙенсәлекле турама

Турама өсөн 400 грамм тауыҡ ите, бер һуған, 100 грамм сыр, ике помидор, 2-3 киви, майонез, тоҙ, борос кәрәк.

Башта тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Уны турап тәрилкәгә һалабыҙ. Һуғанды ваҡлап ит өҫтөнә һалабыҙ.

Уға тоҙ, борос һибеп майонез һылайбыҙ. Шунан ҡырылған сыр ҡатламы һалабыҙ. Артабан помидорҙы ваҡлап сыр ҡатламына өҫтәйбеҙ.

Артабанғы ҡатлам - ҡырылған йомортҡа һәм майонез. Иң өҫкә туралған киви һалып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Һәйбәтләп һеңгәнен көтәбеҙ.
Читайте нас: