Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2021, 09:00

Күмәс

Күмәс өсөн 250 гр кукуруз крахмалы, 250 гр ҡаты сыр, 150 гр көнбағыш майы, 300 мл һөт, 2 йомортҡа, 1,5 сәй ҡалағы тоҙ, табаға һибеү өсөн самалап он кәрәк буласаҡ.

Духовканы 180 градус эҫелеккә ҡыҙҙырырыға ҡуябыҙ. Кәстрүлдә һөт, көнбағыш майы һәм тоҙ ҡушып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Артабан крахмал һалып тиҙ генә болғатабыҙ ҙа уттан алабыҙ. Ҡамыр һыуынғас, уға йомортҡа ҡушып туғыйбыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан ҡырабыҙ ҙа уны ҡамырға һалып барыһын да бутайбыҙ. Был массанан күмәстәр әҙерләп майлы табаға он һибеп, 25 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.
Читайте нас: