Флүр Муллаяновтың был шөғөлө күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Кушнаренко районының Ҡалтай ауылында ғәҙәти йортта донъя көткән ирҙең хужалығында Африка арыҫланы йәшәй. Былтырҙан алып ҡырағай хайуандарҙы йорттарҙа аҫрау закон нигеҙендә тыйылғанын беләбеҙ, тик был 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем алынған хайуандарға ҡағылмай.