Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
29 Март 2021, 09:36
Районыбыҙҙа12 градусҡаса йылытасаҡ!
Башҡортостаныбыҙға шаулап-гөрләп яҙ килде!
Әлегә төндәрен -5...-10 градусҡаса һыуытып туңдырһа ла, көндөҙгө ҡояш нурҙары аҫтында ер яйлап ҡарҙан әрселә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайта, йылға-күлдәр боҙҙан әрселергә әҙерләнә.
Бөгөн, 29 мартта, республика биләмәһендә +2...+7 градус йылы буласаҡ, ә таулы райондарҙа +12 градусҡаса йылыта. Аҙна аҙағына бөтә төбәктәрҙә көндөҙгө һауа температураһы уртаса алғанда +8...+10 тәшкил итәсәк.
1 апрелдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, ә дөйөм алғанда, был аҙнала яҙ беҙҙе аяҙ, йылы көндәр менән ҡыуандырмаҡсы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/12-gradus-asa-yilita-738214/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"