Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2021, 14:43

Арыҫлан Ҡырымсурин – Рәми Ғарипов ролендә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған фильмды төшөрөүсе төркөм яңынан эшкә тотона.Белеүебеҙсә, "Шағир көндәлеге" картинаһын ижад итеү өсөн халыҡ та үҙ өлөшөн индерҙе. 2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан ителде һәм ошо ваҡыттан алып 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.

Бөтә донъяны баҫып алған пандемия арҡаһында фильм төшөрөү буйынса эштәр бер аҙ туҡтап торҙо һәм былтырғы йылдың декабрендә яңынан тергеҙелде. Фильмды Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.
Фильмда халыҡ шағиры Рәми Ғарипов төрлө йәш арауығында күрһәтеләсәк. Белеүебеҙсә, өлкән Рәмиҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбиров башҡара, ә үҫмерлек осорон Өфө сәнғәт институты студенты Линар Байымов һынландыра. Кескәй Рәми ролендә - "Һеңлекәш" фильмында танылыу алған Арыҫлан Ҡырымсурин.
Фильмды төшөрөүсе ижади төркөмгә уңыштар теләйбеҙ һәм бөйөк шағирыбыҙ тураһындағы кино сәнғәте өлгөһөн йәһәтерәк экрандарҙа көтөп ҡалабыҙ!

Фото: Instagram›arslan_krymchurin
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Ari-lan-irimsurin--R-mi-aripov-rolend-737666/
Читайте нас: