Иртән торғас,тәүҙә башлап,
Әйт һин бисмиллә һүҙен.
Уңышлыҡтарға өлгәшерһең.
Риза булырһың үҙең.
Гөлдәрең сәскә атырҙар,
Өйөңдөн булыр йәме.
Ашағанда бисмилләне әйтһәң,
Ризығыңдын булыр тәме.
Бисмилләләп эш башлаһаң,
Уңыр һәр бер эштәрең.
Йоҡлар алдынан әйтеп ятһаң,
Изге булыр төштәрең.
Бисмиллә тигән оло бер һүҙ,
Күп нәмәне аңлата.
Ошо һүҙҙе әйткәндә һин,
Рәхмәтле булаң Аллаһҡа.
Бисмиллә оло һүҙ икәнен,
Күп кешеләр аңланы.
Һиндә һәр саҡ әйтеп йөрө,
Ҙурларһың бөйөк Алланы.
Әсҡәт Малабаев.