Новости
26 Март 2021, 04:58

Ауыр - еңел

"Был донъяла йәшәүҙәре еңел,Ауыр икән башҡорт булыуҙары..."(ӘХМӘР ҮТӘБАЙ)

Ауыр икән башҡорт булыуҙары -
Яҫҡына ла тора ергә дошман.
Йә бүлгесләй һимеҙ ҡалъяларҙы
Сит-ят дуҫтарына беҙҙең ҡуштан.
Ҡыйын икән башҡорт булыуҙары -
Урал һыртын терәп тормаҡ кәрәк.
Башҡорт башын ҡыйып торор өсөн
Ҡатилдары таба мең-мең сәбәп.
Бурыс икән башҡорт булыуҙары -
Яуаплылыҡ иңдә - Урал өсөн.
Әйләнә лә килә башҡа бәлә
Булып аңһыҙ түрә, һуғыш, хөсөт.
...Еңел икән башҡорт булыуҙары -
Намыҫыңды ап-аҡ әләм итеп,
Илең өсөн йәнде фиҙа ҡылып
Ожмахтарға шәһит булып китеү...
Айһылыу Ғәрифуллина
Читайте нас