Новости
24 Март 2021, 05:52

Владимир Путин прививка яһатҡан

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә коронавирустан прививка яһатҡан һәм үҙен яҡшы тоя – был хаҡта дәүләт лидерының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр иткән.

Бөгөн иһә ил етәксеһе өсөн ҡәҙимге эш көнө буласаҡ. Кремль сығанаҡтары Владимир Путинға Рәсәйҙә ҡулланылған өс вакцинаның ҡайһыһын эшләгәндәрен аныҡламаған.
Бығаса Дмитрий Песков былай тип белдергәйне: Кремль Президент өсөн ниндәй вакцина һайлағандарын махсус рәүештә белдермәйәсәк, сөнки “илебеҙҙәге өс вакцина ла һөҙөмтәле һәм ышаныслы”.
Рәсәй лидерын вакцинациялауҙы, бәғзе илдәрҙәге кеүек, асыҡ сара итеп тә уҙғармағандар. Песков әйтеүенсә, камералар аҫтында прививка яһатыу ил етәксеһенә оҡшамай.
Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың 17 декабрендә үткән ҙур матбуғат конференцияһында ил Президенты, мөмкинлек сығыу менән коронавирус инфекцияһынан прививка яһатам, тип белдергәйне.
Путин шулай уҡ билдәле йәш этабында прививкаға бәйле сикләүҙәр хаҡында белгесәтрҙең кәңәштәренә лә ҡолаҡ һаласағын аңлатып үтте.
Аҙаҡ иһә ил етәксеһенең матбуғат секретары, Владимир Путинға вакцина яһау өсөн һайланған ваҡыт башҡа прививкалар менән дә бәйле, тип белдерҙе: Президент барлыҡ прививкаларҙы ла ваҡытында яһатып бара, ә уларҙы бер ваҡытта эшләтеү кәңәш ителмәй.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Vladimir-Putin-privivka-ya-at-an-730938/
Читайте нас