Новости
24 Март 2021, 10:01

Республикала яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар арта

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны көндән-көн кәмей

Әгәр бер аҙна элек тәүлек эсендә раҫланған диагноздарҙың уртаса һаны 120 тәшкил итһә, 24 мартҡа был күрһәткес 111-гә тиклем кәмегән. Әлеге мәлдә республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 31 598-гә еткән.
Хәҙер Башҡортостанда 5 061 кеше ошо ауырыуға ҡаршы көрәшә. Көн һайын COVID-19 менән көрәш буйынса төбәк оперштабы инфекция ҡорбандары тураһында хәбәр итә. Һуңғы тәүлектә тағы өс пациент үлгән. Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 340-ҡа еткән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас