Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2021, 16:16

Һеҙҙә "өй эйәһе" бар, тиҙәр...

Ҡалала өс бүлмәле фатирҙа йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Торлаҡ ҙур булғас, бөтә килгән-киткән беҙҙә. Берәмләп тә, күмәкләп тә, оҙаҡҡа ла киләләр. Бер һүҙебеҙ юҡ: үҙебеҙҙе лә ҡасандыр яҡын кешеләребеҙ һыйындырҙы, тартты, хәҙер ярҙам итергә беҙҙең сират. Туғандар шулай бер-береһен тартырға тейеш. "Мин бер кемгә бер нәмә тейеш түгел" тигән принцип беҙҙең халыҡҡа бөтөнләй тап килмәй. Былары - һүҙ ыңғайы ғына. Һөйләргә теләгәнем - икенсе тема.

Килгән ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәренең, өйөгөҙҙә нимәлер бар, йоҡлай алманым, йә юрғанымды тарта, йә сәсемде, тип зарланғаны күп булды. Үҙебеҙҙең дә тып иткән тауыш ишеткән бар ул, тик уны иғтибарға ла алған юҡ, күп фатирлы ҡала йортонда ни, күршелә ҡалаҡ төшһә лә, яңғырап ишетелә бит. Мин үҙем, ғөмүмән, ундай күҙгә күренмәҫ заттар, ен-пәрейҙәр барлығына ышанған кеше түгел. Бәләкәй саҡта ла малайҙар үҙ-ара шул темаға хәбәр һатҡанда, һөйләгеҙ әйҙә әкиәтегеҙҙе, тип көлә торғайным.
Бер заман дауаханаға тип балдыҙ килде ике балаһы менән. Апалары килгән кешеләргә йоҡларға урынды, ғәҙәттә, залға һала. Бишенсе көнөнәме икән, балдыҙ: "Уф, саҡ таң аттырҙым. Өйөгөҙҙөң эйәһе булдымы, бүтән нәмәме, хәтәр ҡурҡытты. Әүен баҙарына китеп кенә барһам, осло үксәле туфли менән тыҡылдатып коридор буйлап беҙ ятҡан бүлмәгә берәүҙең атлағанын ишетеп, йоҡом осоп, тыңлап ятам. Шунан, аһ, аһ, апайым өйҙә туфли менән йөрөймө икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, аяҡ тауыштары баш осомда ғына ишетелде. Һин түгеллеген аңланым да ҡурҡыштан ҡаттым да ҡалдым, бармаҡтарҙы ла ҡыбырлата алмайым. Эргәмдәге бәләкәй ҡыҙым, унан ары ятҡан улым өсөн бигерәк тә ныҡ ҡурҡтым. Миңә тейһә лә, бер үк балаларыма ҡағылмаһын, тип күҙҙәрҙе генә ҡыбырлатып ятам. Ә "ул" минең елкә сәсемде һәм ике ҡулымды артҡа ҡайырып шаҡарып тотоп алды ла бора ғына. Көслө ҡулдарҙан бер нисек тә ысҡына алмағас, өләсәйем өйрәткән доғаны әйтергә маташам - тәүҙә тел әйләнмәй бер булынды, аҙаҡ һүҙҙәре онотола ла ҡуя. Барыбер уҡыным - шунан ғына ысҡындырҙы. Һаташамдыр тиер инем, күҙем асыҡ, эргәлә йоҡлаған ҡыҙымды ҡарап ятам. Өйөгөҙҙөң эйәһе беҙҙе яратманы шикелле", - тип зарланды. Мин ялп итеп ҡатынға ҡараным, кисә генә уларҙың оҙаҡ ятыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдергәнем иҫкә төшөп, үҙемә уңайһыҙ булып киткәйне ул ваҡытта. Шулай булһа ла, "Кит юҡты, һаташҡаныңдыр", тип уны икәүләп тынысландырырға маташҡан булдыҡ. "Бына сәстең төбө, ҡулбаштар әле булһа ауырта", - тине балдыҙ. Икенсе көнөнә икенсе туғандарға киттеләр - ысынлап ныҡ ҡурҡҡандар ине ахыры.
Икенсе юлы икенсе балдыҙ килгәйне. Уға ла күренгән: "Өйөгөҙҙөң эйәһе йомшаҡ ҡына икән. Өшөйөм тип уйлап ҡына ята инем, йөнлө нәмә эргәмә килеп ятты ла: "Йылындыңмы?" - тип һораны. Әллә нисек ҡурҡмай ғына йоҡлап киткәнмен ул, ҡабат уянманым", - тине. "Һине оҡшатҡандыр", - тип был юлы ла хәбәрҙе оҙонға һуҙып торманыҡ. Ә үҙебеҙ аптырайбыҙ: нисек инде сит кешегә генә күренә, ә беҙгә, хужаларына, - юҡ?
Тағы бер ышанмаҫлыҡ хәл минең һеңлекәш дүрт йәштәрҙәге ҡыҙы менән килгәндә булды. Ҡатын салат эшләп торғанда, ҡыяр биреп сығарған был балаға, ә ул, күп тә үтмәй, икенсе бүлмәнән йүгереп килеп: "Ҡыярҙы тартып алдылар", - тип яр һалды. "Кем?" - тибеҙ. "Диван артынан бер ҡул", - ти ҡыҙ. Фантазерка, тип көлөштөк тә оноттоҡ был турала. Ә хәҙер ул бала ҙур ҡыҙ инде, шул хәлде һаман һөйләй, ысын булды, ә һеҙ миңә ышанманығыҙ, ти...
Бына шундай сәйер ҙә, ғәжәп тә хәлдәргә тарый беҙгә килгән кешеләр. Ышанырғамы, юҡмы? Бындай күренештең сәбәбе ниҙә икән?

Р. Ғибатов.
Фото: club.foto.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/e---y-ey-e-bar-ti-r-730698/
Читайте нас: