Новости
24 Март 2021, 05:56

Балағыҙ алдашамы?

Балағыҙҙың ҡайһы саҡта алдағанын, фәстергәнен тояһығыҙмы? Был күренештең төрлө сәбәптәре булыуы ихтимал. Психолог һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ: “Я-родитель” порталы белгесе Ольга ДОРОХОВА түбәндәге үҙенсәлектәрҙе билдәләй.

Нисек алдауҙы бөтөрөргә?

1. Аныҡ талаптар һәм тыйыуҙар булырға тейеш. Ҡылыҡтар өсөн асыҡ, баланы кәм­һет­мәгән санкциялар системаһын булдырығыҙ.

2. Бала менән даими рәүештә күңелгә ятышлы шөғөлдәргә тотоноғоҙ: ул үҙен ташланған тип тоймаһын, насар ҡылыҡ һәм провокация аша һеҙҙең иғтибарҙы йәлеп итеү теләге тыумаһын.

3. Ғаиләләге өлкәндәр араһындағы мөнәсәбәттәр тигеҙ булһын, үҙ-ара аңлашып йәшәргә тырышығыҙ. Юҡһа, бала әсә менән – атайҙы, атай менән бергә әсәйҙе тәнҡитләп ултырасаҡ.

4. Бала янында үҙегеҙҙең хата­ла­ры­ғыҙ­ҙы таный һәм ғәфү үтенә белегеҙ. Хәл­де төҙәтеү ысулдарын тәҡдим итегеҙ. Был баланы ҡыйын һәм үҙен ғәйепле тойған осорҙа үҙ-үҙенә бикләнеүҙән, алдауҙан һаҡлаясаҡ, ул аралашыуға барасаҡ.

Алдағанға нисек яуап бирергә?

1. Баланың ҡылығына ҡарата ҡәнәғәт­һеҙлек күрһәткән мәлдә уйланығыҙ: ғаилә мөнәсәбәттәрендәге ниндәй хәл балаға ғәҙел булырға ҡамасаулай, ул ата-әсәнең ниндәй ҡылығынан ҡурҡа?

2. Әгәр бала алдағанын таныһа, маҡтағыҙ: “Ғәйебеңде танырға көс тапҡас, афарин. Бының еңел түгеллеген аңлайым. Әйҙә, хәлде төҙәтеү юлын бергә уйлайыҡ”.

3. Хәҡиҡәт билдәле икән, белмәмешкә һалышмағыҙ. Мәктәпкә бармауы тура­һында хәбәр иттеләрме? “Дәрестә нимәләр булды?” – тип һорау урынһыҙ. Был алдауға этәрә. Тура әйтегеҙ: “Уҡытыусы шылтыратты. Ни өсөн мәктәпкә барманың?”

4. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың вәғәҙәләренә бигүк ышанырға ярамай. Был йәштә вәғәҙәләрҙең үтәлмәүе – насар ниәт түгел, ә өлгөрөп етмәгәнлек билдәһе. Уны алдаҡта фашламағыҙ, ә уйланғанды-ниәтләгәнде тормошҡа ашырыу сараһын бергә уйлағыҙ.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/bala-y-aldashamy/
Читайте нас