Новости
24 Март 2021, 06:32

Алма менән эремсектән сәйгә тәмлекәс

Ҡамыр өсөн кәрәк була:- Эремсек - 150 г.- Шәкәр - 75 г.- Йомортҡа - 1 дана.- Тоҙ - бер семтем - Көнбағыш майы - 6 аш ҡалағы- Ванилин - 1 - Он - 250 г.- Ҡамыр йомшартҡыс - 1

Эслек өсөн:
- Алма - 3 шт.
- Шәкәр - 100 г.
- Корица - 1 балғалаҡ.
Һибергә:
-Мәк - 1 аш ҡалағы.
Әҙерләү:

Ҡамырҙы бөтә ингредиеттарын ҡушып баҫып, 20 минутҡа урап һалып торабыҙ. Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп 24 см диаметрлы, 5 мм ҡалынлыҡта йәйбеҙ, 8 секторға ҡырҡабыҙ. Һәр өсмөйөштә 3 киҫек (надрез) яһап, ҡалын яғына алманы теҙеп, өҫтөнә шәкәр менән корица һибәбеҙ. Нәҙек яғын әйләндереп конверт яһайбыҙ. Әҙер конверттарҙы майлы табаға теҙеп, өҫтөн 1 йомортҡа һарыһы һәм 0,5 стакан һөт ҡушылмаһы менән һөртөп, мәк һибеп 25 минут тирәһе, алтын төҫкә ингәнсе духовкала бешереп алабыҙ.

Читайте нас