Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
24 Март 2021, 05:39
Алһыу Бәхтиева рәхмәт әйтә
“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һанының беренсе битен Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиеваның республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан юғары исем алыу тантанаһы мәлендә төшөрөлгән фото биҙәне. Был фотоһүрәтләмәне күреп уҡығас, Алһыу Бәхтиева редакцияға шылтыратып, ихлас рәхмәтен белдерҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән исем – минең өсөн оло мәртәбә. Ул үҙемдән дә бигерәк ауылдаштарым, уҡытыусыларым, коллективым, туғандарым өсөн кәрәк ине. Шуға күрә иҫ киткес күп кешеләрҙән ҡотлау сәләмдәре ҡабул иттем. Был исем мәртәбә булыу менән бер рәттән оло яуаплылыҡ та өҫтәй. Хәҙер инде һәр сығышым, һәр ролем халыҡ артисы исеменә торошло булырға тейеш, тип һанайым. Хеҙмәтемде хөрмәт итеп, яратып яҙылған сәләмдәр, шылтыратыуҙар, ҡотлауҙар өсөн ҘУР рәхмәтемде еткерәм! Матур тамашаларҙа күрешергә, теүәл, имен йәшәргә яҙһын! Һәр берегеҙгә бәхет теләйем! – тине актриса.
– Әйткәндәй, 2004 йылда, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алғанда, бер төркөм сәнғәт кешеләре араһынан тап минең фотом “Республика Башкортостан” гәзитенең беренсе битендә баҫылып сыҡҡайны, был юлы төп милли баҫмабыҙ “Башҡортостан” гәзите шатландырҙы. Ҙур рәхмәт һеҙгә! – тип ҡыҙыҡлы осраҡлылыҡ тураһында ла әйтеп үтте Алһыу Бәхтиева.
Белеүебеҙсә, яратҡан йырсыбыҙ былтыр 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. “Йыл артынан йыл үтеп, йәш өҫтәлгән һайын тормошҡа ҡараштар ҙа үҙгәрә төшә. Халыҡ йырҙарына тартылыу көсәйҙе. Киләсәктә халҡыбыҙҙың аҫыл йыр өлгөләрен яҙҙырыу теләге бар”, - тине ул.
Алһыу Исмәғил ҡыҙын юғары наградаһы менән тағы берҙе ҡотлап, һаулыҡ, уңыштар, илһамлы ижад теләйбеҙ!
Фото: А. Бәхтиеваның шәхси архивынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Al-iu-B-htieva-r-hm-t-yt-730216/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"