Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Март 2021, 05:50
12-се ҡаттан ҡолап төшкән...
Кисә төндә баш ҡаланың Энтузиастар урамындағы 13-сө йорттоң тәҙрәләре аҫтында алты йәшлек йәрәхәтләнгән бала табыла. Малай күп фатирлы йорттоң 12-се ҡатында йәшәгән була. Ул тәҙрәнән ҡолап төшә.
Хәбәр алыу менән, ашығыс хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш ваҡиға урынына йүнәлә. “Бала дауаханаға килтерелә. Табибтар уның ғүмере өсөн көрәшә. Тәүтикшереү асыҡлауынса, бәлә ваҡытында бала өйҙә яңғыҙы ҡалған булған”, - тип хәбәр итәләр Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығынан. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Көндәр йылынғас, барыбыҙ ҙа өйҙә лә, эш урынында ла тәҙрәләрҙе асабыҙ. Бәләкәй йәштәге балалар өсөн асыҡ тәҙрәләр, лоджия һәм балкондар ҙур хәүеф сығанағы һанала.
Әгәр ҙә өйҙә бәләкәй бала булһа, тәҙрәне һәр саҡ йоҙаҡҡа ябып тоторға, вертикаль рәүештә генә асып елләтергә, блокиратор ҡуйҙыртырға кәрәк. Балаларығыҙға тәҙрә төбөндә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Асыҡ тәҙрәле бүлмәлә бәләкәсегеҙҙе бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/12-se-attan-olap-t-shk-n-729319/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"