Новости
23 Март 2021, 04:48

Тормош - уйын

– Арттараҡ бул, Был тирәлә Боҙаһың манзараны. Матур түгелһең ипһеҙһең, Һөмһөрөң ҡап-ҡараңғы.

Этәләр-төртәләр шулай,
Сәмемде янап тыям.
Ҡай саҡта түҙәм-түҙәм дә
Берәр эш боҙоп ҡуям.

Оло ҡара дауыл ҡуба:
- Әйттек бит йүнһеҙ, тиеп,
Берегәме ни бүреккә
Бүре нәсәпле кейек!

Ана бит, ҡайһылай эре,
Үҙен әллә кем күрә! -
...Бурҙайҙар булһа ни асыу,
Сәүектәр шулай өрә.

Һәм арҡанан тондоралар, -
Шул да булдымы уйын.
...Мине, барыбер, Ер шарынан
Төртөп төшөрөү ҡыйын.

Тамара Ғәниева.
Читайте нас