Яңғыҙына ни тиклем ҡыйын булһа ла, данын һатып, йәшереп урлашып осрашып та йөрөмәне. Бөтә буш ваҡытын, улына бағышланы. Бер бөртөгөм, мөхәббәтем емеше, иремдең төҫө тип иркәләп, ел-ямғыр тигеҙмәй, атайлы балаларҙан кәм итмәй үҫтерергә тырышты улын. Атайлы бала арҡалы тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер инде, мәктәптән илап ҡайтҡан саҡтары ла булды улының. Бигерәк тә атайҙар байрамын күрә алманы Рәсих. Классташтары атайҙарына бүләк эшләгәндә ул да эшләне,тик мәктәп ҡапҡаһын сығыу менән, йыртҡылап ташлап китер ине лә, ҡайтып, әсәһенең бешергән ашын да ашамай яҫтыҡ ҡосаҡлап иларға керешер ине.Ул ваҡыттарҙа Рәсимә апай үҙе икенсе бүлмәлә улын йәлләп, нишләп кенә беҙҙе ҡалдырып киттең тип, инде нисә йыл ер ҡуйынында ятҡан ирен әрләп илар ине.
Ҡыш көндәре атай менән саңғы шыуыу, атай менән һөйләшә һөйләшә ҡоштарға тағараҡ эшләү, йәй бергәләп балыҡҡа йөрөү Рәсихтең тормошҡа ашмаҫ хыялы ғына булды....
Әллә ней эшкә лә ҡушып барманы Рәсимә апай улын, мәктәптә һәйбәт уҡыуы етәр, уҡыһын, үҙе оҡшатҡан һөнәрен үҙләштереп, был донъяла аяғында ныҡ баҫып торһа булды тип уйланы шикелле.
Ун беренсе класты бөтөп Рәсих, бер ҡыйынлыҡһыҙ үҙе һайлаған һөнәр буйынса уҡырға инә ҡалаға. Шунан һуң ғына, ошо көнгә тиклем тормош һуҡмағынан етәкләп килгән улын, ҡулынан ысҡындыра Рәсимә. Инде хәҙер юғалмаҫ балам, уҡыр тырышып, кеше булыр тип өмөт итә.
Башта Рәсих тырышып уҡыһа ла, аҙаҡ иреклекте тойоп,әргәһендә күҙ ҡолаҡ булып торған әсәһе булмағас ҡулдан ысҡынды,тәмәке тартырға, һыра эсергә өйрәнде, яйлап араҡыға күсте, күңелле ирекле тормош башланды. Йыш ҡына әсәһенән аҡса һорай, балама ашарға, балама йәшәргә, балама кейенергә тип, Рәсимә апай улы аҡса һораған һайын ебәреп торорға тырышты, үҙе ашамаһа ашамай, һуңғы кәпигенә тиклем Рәсихенә биреп барҙы. Тора бара Рәсих һорап түгел, урлап, булмағанда таптырып ала башлай әсәһенән аҡсаны.
Күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына үҫтергән балаһының был ғәҙәттәре Рәсимә апайҙы аптырашта ҡалдыра. Ипләп аҡыл өйрәтеп, ҡаты итеп әрләп тә әйтеп ҡарай, аҡылға ултырта алмай. Дауаханаға барайыҡ, улым был бит ауырыу, эскелекте дауаларға кәрәк, туҡта, уйлан, мин һине эскесе булһын тип үҫтермәнем тип ялбарыуына, мин алкаш түгел тип кенә яуаплай Рәсих. Бер нисә тапҡыр урлашып тотолғас тәүҙә ятаҡханан, һуңынан уҡыуынан да ҡыуыла ул.
Улы уҡырға ингәс, бөтөнләй яңғыҙ ҡалдым, кистәрен бергә ултырып сәй эсһәмдә иптәш булыр тип, әхирәттәре таныштырған, үҙе кеүек яңғыҙ ир менән тормош көткән Рәсимәгә лә, өндәшмәй генә йорт-ҡура тирәһендә эш менән булған иргә лә тыныс тормош бөтөнләй юҡҡа сыға. Булмаған аҡсаһын таптырып Рәсимә апайға ҡул күтәрергә лә күп уйламай Рәсих. Ҡатынды яҡлашҡан ирҙе бөтөнләй һанға һуҡмай:– Килмешәк, һин кем бында? Әҙер донъяға килеп хужа булырға уйланыңмы? Һинең бында нимәң бар? Ҡайҙан килдең шунда кит, тип ҡыуалаған саҡтарында, Рәсимәне өгөтләп тә ҡараны ул, әйҙә китеп йәшәйек, яңғыҙ йәшәп ҡараһын, бәлки аңлар яңғыҙлыҡтың ниндәй икәнен тип. Нисек кенә сығып китһен әсә улын яңғыҙ ҡалдырып....
Таң атып килә... Тимер ҡапҡаны шартылдатып ябып, үҙ алдына һөйләнә һугенә Рәсих ҡайтып инә. Өйҙә тыныс, һәр кем йөрәген усына тотоп тигәндәй, тын алырға ла ҡурҡып, йоҡлағанға һалышып көндәлек концертты көтәләр...
– Бармы өйҙә берәй нимә эсергә, мин ауырыйым. Бер бөртөк улыңа алып ҡуйыр инең исмаһам. Аҡса бир, үҙем барып алам... Өйҙә бер ҡасан да иҫерткес эсемлек тотмаған Рәсимә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә.
Аш бүлмәһендә ҡашығаяҡ иҙәндә селпәрәмә килә, Рәсих бысаҡ эҙләй...
– Эх, кистән бысаҡтарҙы йыйынҡырап ҡуйырға оноттом шул, тип Рәсимә апай аш һыу бүлмәһенә ашыға, улынан алда бысаҡты эләктереп ҡала ҡулына, шунда уҡ аҡса таптырған Рәсих әсәһен иҙәнгә ҡолата һуғып, иҙәндә типкеләргә керешә....
-һуңғы тапҡыр һорайым, ҡайҙа ята аҡсаң, әйт! – тип эйелгән улына әсә бысаҡ терәй...
Бысаҡтың үткерлегеме, әсәнең нәфрәтеме.... Рәсихтең тап йөрәгенә ҡаҙала бысаҡ... Инде эскелектән кибеп бөткән оҙон ябыҡ кәүҙә, берҙән бер улы, мөхәббәт емеше Рәсих,әсәһе өҫтөнә ауа....
Эй балам, шуның өсөн үҫтерҙемме һине ел ямғыр тигеҙмәй, аҙаҡ үҙ ҡулдарым менән һинең йөрәгеңә бысаҡ ҡаҙар өсөнмө... Артыҡ иркәләп үҫтереүемме, атай тәрбиәһе етмәнеме һиңә.... Нимә генә уйлаһа ла һуң ине инде...
Хоҙай бала ҡайғыһы бирмәһен бер кемгә лә.