Новости
22 Март 2021, 05:21

Нисек тиҙ ябығырға?

Дөрөҫ туҡланыуҙың сәләмәтлек өсөн мөһим икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Белгестәр билдәләүенсә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлектән баш тартыу артыҡ килограмдарҙан тиҙерәк ҡотолдора.

Беренсенән, пакеттарҙағы һуттарҙан баш тартырға кәрәк, сөнки уларҙа шәкәр күп. 100 миллилитр һутта яҡынса 45 килокалорий бар. Ошоно иҫәпкә алһаҡ, бер литр һутта 450 килокалорий булып сыға.
Икенсенән, майонез һәм башҡа һатып алынған соустар ҙа юғары калориялы аҙыҡ-түлек булып тора. Аҡ май ҙа майонездан ҡалышмай. Улар ҙа кәүҙә өсөн зыянлы.
Мюсли кеүек тиҙ әҙерләнә торған бутҡаларҙа ла шәкәр күп. Шуға уларҙы ла организм өсөн файҙалы тип әйтеп булмай.
Көнбағыш һәм сәтләүек кеүек юғары калориялы аҙыҡты ла, ябығырға теләһәгеҙ, ашарға ынтылмаҫҡа тырышырға кәрәк.
Фото: strk-k.ru
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nisek-ti-yabi-ir-a-720414/
Читайте нас