Новости
22 Март 2021, 05:57

Фәрүәз Урманшин концертына саҡыра

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин былтырғы йылдың майында 50 йәшлек юбилейын билдәләгәйне. Ошо айҡанлы ул ижадташ дуҫтары менән берлектә ҙур концерт әҙерләп, былтырғы көҙҙә баш ҡала сәхнәләренең береһендә юбилей тамашаһы үткәререгә йыйынғайны. Тик бөтә донъяны баҫып алған коронавирус инфекцияһы тормошобоҙға үҙ ҡанундарын индерҙе, һөҙөмтәлә бихисап концерт-тамашалар кисектерелде.

Һәм бына, ниһайәт, йырсының тамашасылары күптән көткән концерт 16 апрелдә үтәсәк! Йырлы-моңло тамашала, алдан вәғәҙә ителгәнсә, йырсының ижадташ дуҫтары ла ҡатнашасаҡ.
“Илле тигән матур илдәр барын
Ишетһәм дә, күргән юҡ ине.
Эй, оҡшаны, тороп ҡалам әле бында,
Үткәндәргә ҡайтыу юҡ инде.
Иллеләрҙә кеше илле, ерле,
Һәм дә елле була, белегеҙ!
Оҙаҡ тотҡарланмай, йәш саҡтарҙа
Иллеләрҙе килеп күрегеҙ!” – тип яҙҙы йырсы үҙенең сәхифәһендә тамашасыларын концертына саҡырып.
Фото: Ф.Урманшиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас