Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
22 Март 2021, 06:55
Өфө менән Стәрлетамаҡ үҙгәрерме?
“Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының үҫеше проекттарын яҡлау булды. Уларҙы илдең иң ҙур йөҙ ҡалаһы өсөн идара итеүсе кадрҙар әҙерләү программаһында ҡатнашҡан ҡала командалары эшләгән. Проектты яҡлауҙа видеобәйләнеш тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Белем биреү программаһы инициаторы – “ВЭБ.РФ” дәүләт корпорацияһы булдырған Ҡалалар үҫеше фонды. Төп маҡсат – ҡала үҫешендә алға китеш булдыра алған һәм уңайлы ҡала мөхите булдырыуға булышлыҡ иткән ҡала идарасылары командаһын формалаштырыу һәм уҡытыу. Былтыр һәм быйыл “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбе майҙанында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат командалары уҡыу үтә. Улар составында ҡала хакимиәте башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары, ҡала төҙөү сәйәсәтен алып барған вәкәләтле кешеләр бар.
- “Сколково” командаһына беҙҙең коллегалар өсөн ошондай уҡытыуҙар үткәргәне өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. - Бындай белем биреү сессиялары арҡаһында ҡала командалары алдынғыраҡ булып китә.
Тәҡдим ителгән проекттарҙы “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбе президенты Андрей Шаронов етәкселегендәге эксперттар баһалаған. Төп критерийҙар иҫәбендә – ҡаланы яңыса позициялау йәки махсуслаштырыу, муниципалитет өсөн мөмкин булған һөҙөмтә, үҫеш программаһы логикаһында проекттарҙы тормошҡа ашырыу механизмдары һәм бәйлелек.
Өфө “Индустриаль ҡаланан яңы мөмкинлектәр ҡалаһына тиклем” тигән проект тәҡдим итте. Уға ярашлы, баш ҡала 2030 йылға тиклем өс мөһим йүнәлеш буйынса төплө үҙгәрергә тейеш: “Технологик үҙән” (иҡтисадты диверсификациялау һәм яңы тармаҡтарҙы үҫтереү), “Һәр кемгә асыҡ ҡала” (уңайлы ҡала мөхите булдырыу), “Парк эсендәге ҡала” (үҙенсәлекле парктар һәм йәмәғәт киңлектәре булдырыу).
- Мин докладты тыңланым, коллегаларҙы тулыһынса хуплайым, - тине Радий Хәбиров. – Өфөлә беҙ ҡала традицион рәүештә нисек үҫешергә тейеш тигән ҡараштан ҡасырға теләйбеҙ. Һәм уҡыу барышында заманса урбанистика, инновациялы ҡараш тураһында күберәк белергә әҙербеҙ. Бында хатта уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн ниндәй төҙөлөш матиериалдары файҙаланырға кәрәк икәнлеген дә аңларға тырышасаҡбыҙ.
Стәрлетамаҡ үҙ сиратында “Йәшәү өсөн уңайлы ҡала” проектын тәҡдим итте. Ул бер тармаҡтағы ҙур сәнәғәт предприятиеларына иҡтисади бәйлелекте юҡҡа сығарыу, яңы технологик йүнәлештәр булдырыу һәм белем биреүсе экосистема төҙөүҙе күҙ уңында тота.
- Стәрлетамаҡта ҡала үҫешенә традицион ҡараш өҫтөнлөк итә. Бында бер насар нәмә лә юҡ, сөнки унда бик прагматик команда эшләй. Улар яҡшы аңлай: әгәр был биләмәлә машина эшләү һәм химия сәнәғәте үҫешкән икән, быны иҫәптә тотор кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта фекер алышыуға ҡаланы уратып алған һоҡланғыс тәбиғәт объекттарын да индереүҙәре маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, унда Торатау шиханы бар - ЮНЕСКО геопаркы статусын алыуға кандидатыбыҙ. Минең Стәрлетамаҡ командаһы өсөн кәңәшем: традицион ҡарашҡа бәләкәй генә үҙенсәлек өҫтәгеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/f-men-n-St-rletama--g-rerme-725588/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"