Имен уянып,иртән торғас,
Тыныс үткәреп төнөңдө.
Яҡыныңа һаулыҡ һорап,доға ҡыл,
Ҡәҙер ит һәр көнөңдө.
Ямғырлы,ҡарлы булһала,
Бул һин,риза һәр саҡ.
Һәр бер көн,бер генә килә,
Башҡа ул булмаясаҡ.
Ғүмер оҙон икән тейеп,
Бала саҡта уйлайбыҙ.
Тиҙ генә үтә икән ул,
Тик һуң ғына аңлайбыҙ.
Бер Аллам ғына беләлер,
Нимә булырын иртәгә.
Шуның өсөн һәр бер көндө,
Кәрәк ҡәҙер итергә.
Әсҡәт Малабаев.